“Объект төҙөлөшө графиктан алда бара. Эске эштәр башланды”, – тип яҙҙы “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин.
Был объект – медицина учреждениеһы биләмәһендәге балалар поликлиникаһының яңы бинаһы – 2018 йылдың июлендә төҙөлә башлағайны. Ул бер сменала 300 кешене ҡабул итәсәк. Эш “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.