Йөрөгән аяҡҡа йүрмә…11.01.2019
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә…Хәбәр итеүебеҙсә, яңы йылдың 10 ғинуарында Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә тәүге вакансиялар йәрминкәһе үтте.

Сарала эш эҙләүсе 365 кеше ҡатнашты. Уларға 22 предприятиела 299 вакантлы урын тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә 139 кеше эшкә саҡырыу алды.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһендә эш урындарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыусы сауҙа предприятиелары тәҡдим итәсәк. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары, ресторандар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Йәрминкә 17 ғинуарҙа баш ҡаланың Ибраһимов бульварындағы 47/1 йорттағы Халыҡ мәшғүлле үҙәгендә сәғәт 10-дан 12-гә тиклем дауам итәсәк.





Вернуться назад