“Блондинка”лар ҙа ҡурҡыныс түгел11.01.2019
Өр-яңы технология юл хәрәкәте бәлә-ҡазаларынан бик күп водитель һәм пассажирҙарҙы һаҡлап ҡаласаҡ, тип белдерә “Известия” гәзите.

Рәсәйҙә автомобилдәргә башҡа транспорт саралары менән аралашырға ярҙам итеүсе система эшләнә. Төп маҡсаты – юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү. Көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар тураһында водителдәрҙе иҫкәртеү мөмкинлеге артасаҡ, мәҫәлән, ҡаршыға сыҡҡан машинаны йәки йәйәүлене “аҡыллы” технологиялар шунда уҡ шәйләп, автомобиль хужаһына хәбәр итәсәк. Әле яңы система федераль трассаларҙа үтәсәк һынауҙарға әҙерләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылдың ғинуарынан ноябргә тиклем Рәсәйҙә 16 меңдән ашыу кеше юл хәрәкәтендә һәләк булды, күп водителдәргә хәүефле осраҡта дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн бер генә секундтың етмәүе билдәле. Яңы система оператив рәүештә юлдағы хәл торошон водителдәргә лә, мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәктәренә лә тапшырып торасаҡ.





Вернуться назад