Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында фольклор байрамы үтте. Унда башланғыс кластарҙың ижади коллективтары үҙҙәрен һынап ҡараны. Фольклор буйынса, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр, мәктәп хакимиәте вәкилдәренән торған баһалама ағзалары, һәр сығышты ентекләп ҡарап, балаларҙың сәхнә һәләтенә лә иғтибар итте. Ғаилә йылына арналған был байрам башҡорт ғаиләһендәге йолаларҙы ла майҙан түренә алып сыҡты.
Шулай итеп, Гран-приға – “Ынйылар” (II “а” класы), беренсе урынға – “Хазина” фольклор (IV “в” класы), “Дуҫлыҡ” фольклор коллективтары (III “б” класы), икенсе урынға Ишбулатовтар ғаиләһе (I “в” класы), “Нағыш” фольклор коллективы (II “в” класы), өсөнсө урынға “Хазина” (IV “б” класы), “Ҡарлуғастар” фольклор коллективтары (III “а” класы) лайыҡ булды.
Сараның үҙенсәлеге шунда: унда балалар менән бергә ата-әсәләр ҙә ҡатнашты һәм башҡорт халҡының милли йолаларын күрһәтте. Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре, фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, Гран-при яулаған “Ынйылар” фольклор коллективы бәпескә исем ҡушыу йолаһын еренә еткереп өйрәнеп, сәхнәгә алып сыҡҡан. Сәхнәләштереүҙә балалар, ата-әсәләр генә түгел, өләсәйҙәр, өлкән быуын вәкилдәре лә ҡатнашыуы үҙе үк йолаларҙың быуындан быуынға күсеүен раҫлай. I “в” класы исеменән сығыш яһаған ейәнсәр Әмирә менән өләсәй Фәниә Ишбулатовалар, “Өләсәйем һандығы”н аҡтарып, ана ниндәй байлыҡтар тапты, уларға бәйләп фәһем алырлыҡ ваҡиғалар хаҡында һөйләне.
Әгәр башҡорт мәктәптәрендә милли рухты тәрбиәләүҙе нығытырға уйлайбыҙ икән, бындай саралар йышыраҡ үтергә тейеш, тигән фекерҙә гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова.