Сибай институты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртылып тора, әммә йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр, тигәндәй, шәхсән барып күрешеүгә ни етә?! Был уҡыу йорто – ысын мәғәнәһендә студенттарынан юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләгән вуз, тигән фекер ҡалды матди-техник база, тәрбиәүи алымдар, яуланған үрҙәре менән танышҡас.
Институт директоры, педагогия фәндәре докторы, техник фәндәр кандидаты Азат Вәлиев, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренә вузда экскурсия ойоштороп, дәрестәргә алып инде. Директорҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Семен Чернов – башҡортса һыу эскән кеүек аралашҡан шәхес. Доцент, филология фәндәре кандидаты Гөлкәй Сәмерханова тамаша залында гәзит хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу алып барҙы, уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова иһә урындағы киң мәғлүмәт саралары менән дә күрешеү ойошторҙо.
Тамаша залында уҙған осрашыу бик йылы тойғолар ҡалдырҙы. Вуз йәштәре бик әүҙем, заманса ҡарашлы. Битараф түгеллектәре биргән һорауҙарынан, сығыштарынан да күренеп тора ине. Үҙ шиғырҙарын уҡыған студенттарҙың шиғри һәләте сәхнәнән үк ҡолаҡҡа салынды. “Ете ырыу”, “Сармат”, “Эдельвейс” бейеү ансамблдәре сығыштары сараға дәрт өҫтәне. Әле булһа уларҙың дарманы күңелде күтәреп торғандай. Бындай уҡыу йортонда тап беҙҙең халыҡ өсөн, илһамлы Башҡортостан өсөн эшләйәсәк белгестәр тәрбиәләнеүендә, белем алыуында һис шик юҡ.