Әс-сәләмү ғәләйкүм!11.01.2019
“Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әс-сәләмү ғәләйкүм!” тиеүҙәренә “үә-ғәләйкүм әс-сәләм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!” тип ололағыҙ”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә.

Тимәк, сәләм биргән, йәғни татыулыҡҡа ынтылған кеше Исламда юғары урында тора. “Күңелегеҙ бер-берегеҙгә яҡын түгел, арағыҙҙа иҫәнләшеү юҡ икән, иманығыҙ камил булмаҫ, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – “Сәләм” һүҙе – Аллаһ Тәғәләнең бер исеме. Уны киң таратыуға һеҙ ҙә өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, бер-берегеҙ менән иҫәнләшеп тороғоҙ – арағыҙҙа ихтирам, мөхәббәт урынлашыр. Ислам дине татыулыҡты, тыныслыҡты һөйә”.


Вернуться назад