Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек. Ләкин береһен дә айырып ҡарарға, быныһы әһәмиәтлерәк, уныһы түбәнерәк тип баһаларға хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһ Тәғәлә еткергән һәр һүҙ бөйөк.
“Ҡөрьәндең ҡайһы ере һиңә еңел бирелә, шул тирәһен уҡы” тиелгән изге китапта. Намаҙҙа, әлбиттә, һәр рәҡәғәт башында “Фатиха” сүрәһе әйтелә. Артабан башҡа аяттар ҡушылып китә. Уларҙы Ҡөрьәндең теләгән еренән алырға мөмкин. Шуныһы ла бар: ғибәҙәтте оҙаҡ итеп ҡылырға кәңәш ителмәй.
Ҡөрьән мәжлесендә Ҡөрьәндең төрлө аяттарын уҡырға мөмкин. “Ниңә быныһын алдың, икенсеһе кәрәк ине” кеүек дәғүәләр урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта бында ла намаҙҙағы һымаҡ талап ҡуйыла – халыҡты арытып, оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй. Мәҫәлән, “Йәсин”де уҡыу өсөн кәмендә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк – оҙаҡҡа китә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бындай күренеште өнәмәгән. “Халыҡты ялҡытырға ярамай”, – тип шелтә белдерер булған ул.