Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, бер нәмәне лә сиктән ашып яратырға ярамай. Артыҡ һөйөү әҙәм балаһын “күҙһеҙ” һәм һаңғырау итә.
Күңел кешенең барлыҡ ағзаларына баш. Шуға ла әҙәм балаһы кемгәлер йә нигәлер мөкиббән китһә, күҙҙәре томалана, ҡолаҡтары “ишетмәй” башлауы бар. Етешһеҙлектәрҙе күрмәүе, бының өсөн ихтыяр көсө етмәүе ихтимал. Һөҙөмтәлә артабан сама белмәүенең зарарын татый башлай.
“Яратмаған кешеңә ҡарата ла күңелеңдә үтә нәфрәт йөрөтмә, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ни өсөн тигәндә, көндәрҙән бер көндө дуҫ булып китеүегеҙ ихтимал, шул саҡта йөҙөң ҡыҙарырлыҡ булмаһын”.