Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла11.01.2019
“Мин өммәтемде юҡҡа сығарыуы ихтимал бер нәмәнән ҡурҡам, ул – байлыҡ, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Мал-мөлкәт артыр ҙа, кешеләр күңелендә көнсөллөк тыуып, уларҙың бер-береһе менән ыҙғыша-һуғыша башлауы бар”.

Шуның өсөн Пәйғәмбәребеҙ ихтыяждарҙы ауыҙлыҡлай белергә ҡушҡан. “Алты төрлө кеше ҡиәмәт көнө килерҙән бер йыл алда уҡ йәһәннәмгә инер”, – тигән ул. “Кемдәр?” – тип һорағас, шулай яуаплаған: “Үҙ халҡын йәберләгән хөкөмдар, һауалы кеше, тәкәббер юлдашсы, кеше алдаусы сауҙагәр, иркен тормошҡа өйрәнгән аҙғын, көнсөл ғалим”.



Вернуться назад