...Ҡулыма ҡәләм алыу менән, күп йылдар элек булған бер хәл иҫкә төштө. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ бер көндә Наил Латипов менән элекке “Ленинизм” колхозына командировкаға юлландыҡ. Маҡсатыбыҙ – ул саҡта гөрләп торған хужалыҡтың эшен яҡтыртыу.
Төшкә тиклем идарала, оҫтаханала булдыҡ та хужалыҡ етәксеһе бик маҡтаған Ерек фермаһына йүнәлдек, тик унда ҡарауылсынан башҡа кешене осратманыҡ. Малсылар сәғәт өстән һуң ғына йыйыла икән. Асыҡтыра ла башланы. Аптырағас, магазин яғына боролдоҡ. Тегене, быны алайыҡ, тип бик шәбәйеп магазинға ингән егеттәребеҙ, күп тә үтмәй, бер банка балыҡ консерваһы, газлы һыу һәм... тоҡсай тултырып перәник алып сыҡты. Былай булғас, перәник ҡушып балыҡ ашайбыҙ икән, тип көлөшә-көлөшә консерва асҡан мәлдә, “Берәй нәмә һатаһығыҙмы әллә?” тип бер әбей тәҙрә шаҡыны. Водитель урынында ултырған Наил уға яуап бирәйем тип ишекте асыуға, әбейебеҙ “Һин теге Латипов түгелме ни?” тип уны танып та өлгөрҙө.
Күп булһа ун минут самаһы ваҡыт үткәндер, “өҫтәлдә самауырым ҡайнап ултыра, плитә өҫтөндә бәрәңгем бешә, әллә ҡайҙан килеп магазин төбөндә һыуыҡ һыу эсеп ултырмаҫһығыҙ инде” тип, әбейебеҙ, ай-вайыбыҙға ҡарамай, өйөнә алып ҡайтып та китте. Баҡһаң, бер нисә йыл элек Наил уларҙа булып, ауылда киномеханик, клуб мөдире булып эшләгән улын фотоға төшөргән икән. Шунан аҙаҡ ҡайҙа ғына командировкаға барһаҡ та, төшкө аш мәле етһә, “Наил, был ауылда берәйһен фотоға төшөргәйнеңме?” – тип шаярта торғайныҡ...
Ысынлап та, Ғафури районының фотохәбәрсеһе Наил Латиповты белмәгән, танымаған кеше юҡ. Хатта иң төпкөл ауылдарҙа уны олоһо ла, кесеһе лә үҙ кеше, туғаны кеүек ҡаршылай. Алсаҡлығы, ихласлығы менән һәр кемдең күңеленә асҡыс таба белә ул, хатта һөйләшмәҫ, йомоҡ кешеләрҙең дә “телен сисә”.
Булмышы менән матурлыҡҡа, тәбиғәткә ғашиҡ Наил фотоға төшөрөү серҙәрен бәләкәйҙән үҙләштерә башлаһа ла, был эшкә һуңғараҡ, тормош тәжрибәһе туплағас килә. Красноусолдағы 3-сө урта мәктәпте тамамлағас, бер йыл самаһы атаһы Нәжметдин ағай янында, быяла заводының транспорт цехында эшләп ала. Шулай ҙа тәбиғәт ҡосағында булырға, урман ҡыҙырырға яратҡан егет бында толҡа тапмай, күңеленә яҡын юлды һайларға ынтыла һәм Өфөләге урман техникумына уҡырға инә. Техникумды тамамлау менән махсус йүнәлтмә буйынса Пермь өлкәһенә леспромхозға эшкә ебәрелә. Шул уҡ йылда Урал урман институтының ситтән тороп уҡыу бүлегенә имтихан тапшырып, уҡыуын дауам итә.
Сит яҡта солтан булғансы, үҙ яғыңда олтан бул, тигәндәй, 1984 йылда Наил тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә һәм леспромхозда эш башлай. Тырыш, үҙ эшен төплө белгән һәм ойоштороу һәләтенә эйә булған Наилды, күп тә үтмәй, райкомдың идеология бүлегенә саҡыралар. Был йылдарҙа хеҙмәт алдынғыларына арнап “Боевой листок”, “Молния”лар сығарыу, халыҡ контроле комитеты менән берлектә урындарҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау Наил Нәжметдин улы яуаплылығында була. Ә инде 1989 йылда редакцияға килә.
– Мәктәптә уҡыған йылдарҙан уҡ ҡулымдан фотоаппарат төшмәне тиһәм дә була инде, – ти өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен фотохәбәрселек эшенә арнаған Наил Нәжметдин улы. – Физика уҡытыусыһы Әсҡәр ағай Рәшитов ойошторған фотоһәүәҫкәрҙәр түңәрәгенә йөрөнөм. Студент йылдарында төркөм етәксеһе Рәшит Насиров ярҙамында фото, кино төшөрөү менән ныҡлап шөғөлләндем. Тап уларҙың ярҙамында ҡабатланмаҫ миҙгелде эләктереп ҡалырға, сифатлы итеп фотоға төшөрөргә өйрәндем, – ти Наил Латипов. – Редакцияла эш башлағас инде, ысын мәғәнәһендә үҙ мөхитемә ҡайтҡандай, күңел түрендә йөрөткән хыялыма өлгәшкәндәй булдым...
Башкөллө ижади эшкә сумды Наил Нәжметдин улы. Редакция машинаһы булмаһа, башта үҙ мотоциклында, һуңғараҡ машинаһында, кәрәк икән, көнөнә ике тапҡыр булһа ла командировкаға сығып китә торғайны. Журналистарҙа ваҡыт менән иҫәпләшеү тигән нәмә бөтөнләй юҡ шикелле. Хеҙмәт алдынғыларын, ауыл уңғандарын фотоға төшөрөү менән генә сикләнмәй Наил Нәжметдин улы, ҡайҙа ғына булһа ла, халыҡ менән аралашып, гәзит уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырҙай яңы темалар таба.
Коллективта ла Наил Нәжметдин улы бик абруйлы, үҙ эшенең оҫтаһы булғаны өсөн генә түгел, эскерһеҙ, ихлас, ярҙамсыл, тура һүҙлелеге өсөн дә ихтирамлы. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан. Ауыр саҡта иң беренсе булып ул ярҙамға килә, хеҙмәттәш кенә түгел, серең уртаҡлашыр ышаныслы дуҫ та. Теге йәки был сетерекле мәсьәлә хаҡында һүҙ сыҡҡанда төплө итеп үҙ фекерен белдерер, кәңәш итер. Ғөмүмән, тотош коллективтың терәге, алтын бағанаһы ул.
Ғаилә тормошонда иһә Наил Нәжметдин улы – ышаныслы ир, йүнсел хужа, хәстәрлекле атай, ҡартатай. Ҡатыны Асия Рәшит ҡыҙы менән өс бала үҫтереп, матур тәрбиә, белем бирҙеләр. Райондың статистика идаралығы етәксеһе булып эшләгән Асия Рәшит ҡыҙы ла булмышы менән тәбиғәт балаһы, матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған хужабикә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, уларҙың балалары ла тырыш. Улдары Дамир, Рөстәм, ҡыҙҙары Альбина, юғары белем алып, үҙ ғаиләләрен ҡороп, матур итеп эшләп йөрөй. Ата-әсәләренә оҡшап барыһы ла уңған, матурлыҡҡа, тәбиғәткә ғашиҡ. Барыһы бергә йыйылһа, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тәбиғәт ҡосағына сығалар, Яңы йылды хатта урманда ҡаршылағандарын беләм. Санкт-Петербургта йәшәгән һәм эшләгән Альбина – оҫта фотограф, видеокамера, фотоаппараты ҡулынан төшмәй.
Ғүмер уртаһына Наил бай тормош, эш тәжрибәһе, уңыштар, табыштар, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән аяҡ баҫа. Яратҡан эше, ныҡлы “тылы” – ғаиләһе, үткән йылдар хәтирәһе, хеҙмәтенең емештәре булған ижади эштәре – фотоһүрәттәре бар. Уның мәҙәниәт һарайында, редакция бинаһында ҡуйылған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ҡарап тыуған яғыбыҙҙың матур тәбиғәтенә һоҡланабыҙ, үткәндәргә байҡау яһайбыҙ, абруйлы райондаштарыбыҙҙы, яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ.
– Йәш ырап, сәстәр салланып, улдарың үҙҙәре атай булып, эргәңдә ейән-ейәнсәрҙәрең “ҡартатай” тип йүгерешә башлағас та, үҙең дә һиҙмәй һәр эшеңә, ҡылығыңа баһа биреп, тормош юлыңды тәнҡит күҙлегенән барлай башлайһың икән. Улдарыма ниндәй өлгө булдым, тәрбиә бирҙем, үҙемдең атайлыҡ бурысын үтәй алдыммы тигән уй төшә башҡа. Үкенерлек түгел, тим, үткәндәремде, атайым Нәжметдин Шәрәфетдин улы менән әнейем Фәүзиә Мөхәмәтсадир ҡыҙының беҙгә биргән тәрбиәһен мин дә балаларыма түкмәй-сәсмәй еткерҙем шикелле. Һәр хәлдә, һәр береһенә эштән ҡурҡмағанда, ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселекле, ярҙамсыл, әҙәпле, ғәҙел, ихлас булғанда ғына, башҡалар һине үҙһенер, ихтирам итер, тип тәрбиә бирҙек. Ғөмүмән, булмышымдан, тормошомдан, балаларымдан ҡәнәғәтмен, – ти бөгөн Наил Нәжметдин улы.