Белорет районында урынлашҡан “Морат” тау саңғыһы үҙәге етәкселеге байрам кѳндәрендә ял итеүселәр өсөн көн һайын төрлө саралар уҙғарҙы.
Байрам сараһын алып барған KZ дуэтынан “Иң шәп Ҡыш бабай”, “Иң стилле Ҡыш бабай”, “Фристайло Ракамакафо - Ҡыш бабай”, “Иң эҫе Ҡарһылыу”, “Фристайл Ҡарһылыу” һәм “Иң спортсы Ҡарһылыу” конкурстары, бағыусыларҙан тематик приздар, дәртле музыка бѳтә ҡунаҡтарға ла онотолмаҫ тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф бүләк итте. Иң күңелле “Атай, әсәй, мин - тау саңғысылары ғаиләһе” конкурсында Белореттан Урмановтар ғаиләһенә етеүсе булманы. Бөтә еңеүселәргә лә “Морат” тау саңғыһы үҙәгенән приздар тапшырылды. Һәм иң мѳһиме - башлап саңғыға баҫҡандар Рәсәйҙең Инструкторҙар мәктәптәре араһындағы Рәсәй Чемпионатының бронза призеры, халыҡ-ара “В” категорияһы инструкторы Николай Гридневскийҙан бушлай оҫталыҡ дәресе алды.