Үҙәнбаевтар “ике уңғанға – ике уңған” тигән ваҡытҡа тура килгән.Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында йәшәгән Римма менән Сөләймән Үҙәнбаевтар хаҡында ауылдаштарының “Бигерәк уңғандар, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ!” тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар. Егәрле хужабикә һәр ерҙә уңғанлыҡ һәм тырышлыҡ күрһәтә, сәсһә – емеше ишелеп үҫә, бешеренһә – ризығы татлы һәм тәмле була, баҙарға сыҡһа, һөт ризыҡтары шунда уҡ һатылып бөтә. Тормош иптәше балта эшенә оҫта, кәрәк-яраҡты үҙ ҡулдары менән эшләй, донъяһын да көтә, малын да ҡарай.
Күптән түгел бәхетле пар бергә йәшәүҙәренең 30 йылын тантаналы билдәләгән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Үҙәнбаевтар – ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Күпләп мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт көтөп, килемде күберәк мал көсөнән алалар. Шулай уҡ баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнә улар. Быйыл картуф ишелеп уңған, ашҡабаҡ, ташҡабаҡ, кишер, сөгөлдөр тураһында әйтеп тораһы ла түгел! Хужабикә ҡышҡылыҡҡа ниндәй генә салат әҙерләмәгән, әллә күпме ҡайнатма-компот яһаған. “Баҙҙа урын да ҡалманы, имен-һау балалар, дуҫ-иш, туғандар менән ашарға яҙһын”, – ти уңған ҡатын.
– Ауылда етеш, матур йәшәргә була, тик йыбанмаҫҡа кәрәк. Ашты аш иткәндә генә өҫтәлең мул була. Беҙҙең табындың күпселек ризығы – үҙебеҙҙеке. Магазиндан шәкәр, көнбағыш майы, сәй алабыҙ, төрлө тәмлекәстәрҙе балалар менән һәр саҡ үҙебеҙ бешерәбеҙ, – ти Римма Сәлих ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул ауылда оло йәштәгеләрҙе ҡарай, социаль хеҙмәткәр булып эшләй.
– Өлкәндәргә күп осраҡта йылы һүҙ, хәстәрлекле ҡараш та кәрәк, шуға күрә улар менән йышыраҡ осрашырға, хәл-әхүәлдәрен белешергә, күңелдәрендә ышаныс һәм өмөт уятырға тырышам, – ти ул.
Йорт хужаһының эшенең тығыҙ сағына тура килдек. “Көндәр йылы торғанда һарайымды төҙөкләндереп ҡалырға кәрәк”, – тип ул беҙҙең менән аралашыуға ваҡыт бүлә алманы. Шулай ҙа уны фотоға төшөрөп өлгөрҙөк.
Тап Римма һәм Сөләймән Үҙәнбаев кеүек тырыш ғаиләләр ауылды йәшәтә һәм йәшнәтә, уның киләсәген билдәләй.