Яңы йылға шыршы әҙерләйҙәр06.12.2011
Республикала Яңы йыл байрамына 206 мең шыршы ҡырҡыласаҡ. Урман һылыуҡайҙарының күбеһен “Белорет урманы” дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләйәсәк. Бында 22 мең ағас ҡырҡырға планлаштыралар. Ике метрға тиклем оҙонлоҡтағы шыршы хаҡы 150 – 200 һум тәшкил итәсәк.
Дәүләт урман контроле инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек итә. Бөгөн республикала 31 пост булдырылған. Законһыҙ ҡырҡылған йәш шыршы, аҡ шыршы, ҡарағайҙар өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Штраф күләме граждандар өсөн – 3,5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 20 – 30 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 50 – 100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡапларға кәрәк буласаҡ.