Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”10.01.2019
“Республикабыҙҙың һәр муниципалитетында үҙенсәлекле балалар өсөн Яңы йыл шыршыһы байрамы үткәрелә башлаясаҡ”, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.

– Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, республикабыҙҙа ситләтелгән, иғтибарҙан мәхрүм ителгән балалар булырға тейеш түгел, – тине Радий Фәрит улы “Аксаков шыршыһы-2019” хәйриә байрамында. – Төбәгебеҙҙә 63 муниципаль берәмек. Барлыҡ хакимиәт башлыҡтары менән шулай килештек: үҙенсәлекле балалар, шулай уҡ ата-әсәһе үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булып, етем ҡалғандар өсөн мотлаҡ рәүештә шыршы байрамы үткәреләсәк. Уларға ярҙам итеп, беҙ таҙарынабыҙ.


Радий Хәбиров ошондай уҡ форматта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлап “Принцессалар балы” уҙғарырға тәҡдим итте. Ул бөгөнгө “Аксаков шыршыһы-2019” хәйриә байрамын ойоштороуға булышлыҡ ҡылған меценаттарға рәхмәт әйтте, бөйөк яҙыусының исемен мәңгеләштереүгә өлөш индерәсәк башланғыстың күркәм йолаға әүерелеренә ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад