Балалар табибы Рошаль Өфөгә ни өсөн килгән?10.01.2019
Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тәүге тапҡыр “Аксаков шыршыһы-2019” байрамы үтте. Унда һаулығында кәмселектәре булған, ауыр ғаилә хәленә тарыған һәм хәрби хәрәкәт ветерандары балалары – барлығы 294 кеше ҡатнашты.

Сара шыршы янындағы тамаша менән башланды. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов матур йыр башҡарҙы. Аҙаҡ байрам залда дауам итте. Балалар өсөн “Тауыш” проекты финалсыһы Рушана Вәлиева йырланы. "Аксаков шыршыһына" шулай уҡ хөрмәтле ҡунаҡтар – танылған балалар табибы Леонид Рошаль, төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла килгәйне.

– Бындай сараны йыл һайын уҙғарырға булдыҡ. Ғәҙәти шыршы байрамдарына, ҙур республика шыршыһына килә алмаған балаларҙы саҡырасаҡбыҙ. Уларҙың да әкиәт донъяһына эләгеп, мөғжизәле геройҙар менән аралашыу, бай тәьҫораттар алыу мөмкинлегенә эйә булыуын теләйбеҙ, – тине Каринэ Хәбирова.




Вернуться назад