Благовещен үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусында ремонт эштәре бара. Төҙөүселәр белдереүенсә, өсөнсө ҡаттағы төҙөкләндереүҙе 15 ғинуарға тиклем тамамлап, икенсе ҡатҡа тотонасаҡтар.
Ремонт эштәре республика ҡаҙнаһы иҫәбенә атҡарыла. Дауахана ҡыйығын һәм фасадын июлдә яңырта башлағандар. Дәүләт бинаның эсен ремонтлау өсөн октябрҙә өҫтәмә аҡса бүлгән.