Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы10.01.2019
Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә була был хайуандарҙы. Улар урындағы эшҡыуар Рөстәм Йыһаншин ойошторған туристик комплекста үҙҙәрен иркен тота.

Лань тәбиғи тормошта көтөү-көтөү булып йәшәй. Бында күптән түгел генә килеүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙҙең шарттарға яраҡлашҡандар. Хатта вольерҙа яңы тыуған ҡабан балаһы, бәләкәй тур үгеҙе менән дуҫлашып та алғандар. Ял итергә килгәндәр йәнлектәрҙе алма, кишер, икмәк менән һыйлай.

Эшҡыуар агротуризмды артабан да үҫтерергә йыйына. Яҙға бер нисә марал алып ҡайтырға уйлай.




Вернуться назад