24 декабрҙә “Рәсәй телерадиотапшырыуҙары селтәре”нең Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы белгестәре икенсе мультиплекстың һуңғы тапшырғыстарын тоҡандырҙы. Һанлы телеселтәр тулы күләмдә эшләй башланы. Хәҙер Башҡортостан халҡының 95 проценты 20 каналды бушлай ҡарай ала.
Ошоғаса республика халҡы ике-дүрт канал менән генә сикләнә ине. Хәҙер иһә берҙәм информация стандарты мәғлүмәт алыу мөмкинлеге йәһәтенән, ҙур ҡалала йәшәүселәрҙе лә, төпкөл ауылдарҙа көн күреүселәрҙе лә тигеҙләне.
3 июндән республика тулыһынса һанлы технологияға күсәсәк. Төбәк телеканалдары һәм мультиплекс иҫәбенә инмәгән каналдар ғына аналоглы тапшырыуҙы дауам итәсәк.
Телевизор ҡараусылар өсөн һанлы телевидениеның бәхәсһеҙ өҫтөнлөгө – юғары сифат. Заман телевизорҙары һанлы технологияларға тулыһынса көйләнгән. Уларға ни бары бүлмә йәки ДМВ-диапазонлы тышҡы антеннаны тоташтырыу ғына зарур. Иҫке телевизорҙарға һанлы приставка алып ҡуйырға кәрәк.
Тулыраҡ СМОТРИЦИФРУ.РФ сайтында йәки ҡыҙыу линия телефоны 8 800 220 20 02 буйынса белергә мөмкин. Шылтыратыу бушлай.