Балтас районының Штәнде ауылында “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә сафҡа индерелгән фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бөгөн кеше өҙөлмәй. Кемдер бында һаулығын ҡайғыртып килә, бәғзеләре иһә кәрәкле дарыу юллап, шәфҡәт туташтарына кәңәш һорап та мөрәжәғәт итә.
ФАП-тың сафҡа инеүен штәнделәр генә түгел, ә күрше Әрҙәгеш һәм Яңы Тушҡар ауылдары халҡы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған, сөнки быға тиклем иҫке мәктәп бинаһында урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫкергән булған һәм санитар талаптарға яуап бирмәгән. Ауыл уртаһында ҡалҡып сыҡҡан бина әле барлыҡ заманса талаптарға ла тура килә, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ауыл халҡы уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә һөйөнөп бөтә алмай.
Заманса пункт иркен, йылы, яҡты. Бында процедура кабинеты, дарыухана, ҡабул итеү, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлмәләре бар. Санузел эшләй, йылы һыу менән тәьмин ителгән. Штәнделә, мәҫәлән, бөгөн 546 кеше йәшәй, шуның 150-һе — пенсия йәшендә. Шәфҡәт туташы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Тәнзилә Ғәфүрйәнова тағы ла 100-ҙән ашыу баланың һаулығын ҡайғырта.
Ауылды йәмләп ултырған ФАП-ты Нефтекама ҡалаһының “МРГ-Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индергән. Төҙөлөшкә 3,5 миллион, заманса медицина ҡорамалдары һатып алыуға 500 мең һум аҡса тотонолған.
— Яңы уңайлы һәм йылы бинала беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған, эшләүе лә күңелле, халыҡ та бик ҡәнәғәт, – тип һөйөнә 40 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға арнаған шәфҡәт туташы, Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Тәнзилә Хисмәт ҡыҙы Ғәфүрйәнова. — Беҙ был турала күпме хыялландыҡ, шөкөр, хәҙер матур итеп эшләргә бөтә мөмкинлектәр асылды, халыҡ та сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Заманса пункт сафҡа ингәс, бәлки, йәштәр ҙә тыуған яғын ташлап ҡалаға китмәй, ә ауылда төпләнер, тип өмөтләнәбеҙ.