21 ғинуарҙа донъя Ай тотолоуын күҙәтәсәк. Был бигерәк тә Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Европа һәм Африкала яҡшы күренәсәк.
Өфөлә үҙенсәлекле күренештең шаһиты булам тиһәгеҙ, асыҡ офоҡ шарттарында төньяҡ-көнбайышҡа ҡарарға кәрәк.
Киләһе Ай тотолоу ағымдағы йылдың июлендә, 16-һынан 17-һенә ҡараған төндә буласаҡ. 21 ғинуарҙағы һымаҡ тулы Ай тотолоуын иһә Өфөлә 2025 йылдың 7 сентябрендә генә күҙәтеү форсаты сығасаҡ.