Күренекле академик, тарих фәндәре докторы Раил Кузеевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, Раил Кузеев исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтында хәтер кисәһе ойошторолдо.
Тәүҙә барыһы ла ғалим-этнографтың тормошона бағышланған видеофильмды ҡарап, яҡташыбыҙҙы иҫкә алды. Һоҡланғыс Раил ағайҙың үҙенең беҙҙең арала булмауы ҡайһылай үкенесле! Уның институт алдындағы һәйкәленә фекерҙәштәре, уҡыусылары, туғандары тере сәскә һалды.
Академик Усейн Джемилев билдәләүенсә, ул ғалим булыуҙан тыш дәүләт эшмәкәре тигән бурысты ла намыҫ менән башҡарҙы – республикабыҙҙың социаль-иҡтисады тармағын үҫтереүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ.
Шулай уҡ география фәндәре докторы, профессор Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры вазифаһын башҡарыусы уның уҡыусыһы Айбулат Псәнчин, тарихсы, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Ватан тарихы кафедраһы мөдире Айтуған Аҡманов остаздарына ҡарата йылы һүҙҙәрен еткерҙе.