Бүтән кешене ерләй яҙғандар10.01.2019
Өфөлә ғаилә туғаны менән һуңғы тапҡыр бәхилләшер алдынан уның йөҙөн асып ҡарай һәм шаҡ ҡата – табутта бөтөнләй ят әҙәм ята. Баҡтиһәң, баш ҡаланың бер мәйетханаһында эшләгән хеҙмәткәр уларға бөтөнләй икенсе кеше мәйетен биреп ҡайтарған.

Әлбиттә, был хаҡта хәбәр иткәс, йәһәт кенә "ысын" мәйетте килтереп тә еткерәләр.

– 15 йыл эшләү дәүерендә бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле, – тип аҡланып маташҡан ғәйепле кеше.





Вернуться назад