Бала тәрбиәләгәндә тик ултырма10.01.2019
Бала тәрбиәләгәндә тик ултырмаӨфө Мәшғүллек үҙәгенең Совет районы филиалы балаһына өс йәше тулғанға тиклем декрет ялында булған, рәсми эшләгән һәм ошо районда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә белем алырға саҡыра. Был оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттән “төшөп ҡалған” әсәләргә артабан уңышлы эшләргә, хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттырыуға ярҙам итеү маҡсатында эшләнә.

Әлеге ваҡытта “1С: Предприятие 8”, “Смета төҙөү эше һәм хаҡтар барлыҡҡа килеү”, “Бухгалтер”, “Дәүләт һәм муниципаль заказдар менән идара итеү” программалары буйынса уҡытыу өсөн төркөмдәр йыйыла.

Яңынан уҡырға теләгән йәш әсәләргә тейешле документтарын йыйып, Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.



Вернуться назад