Магнитогорск фажиғәһе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, ябай халыҡ – барыһы ла хәленән килгәнсә зыян күргән кешеләргә ярҙам итергә ашыҡты.
Әле лә төрлө тарафтан йылы һүҙҙәр, матди дәртләндереү саралары ағылыуын дауам итә. Мәҫәлән, ике тапҡыр донъя чемпионы исемен, өс тапҡыр Стэнли кубогын яулаған данлыҡлы хоккейсы, Американың “Питтсбург Пингвинз” клубы уйынсыһы Евгений Малкин тыумышы менән Магнитогорскиҙан. Кисә ул үҙе бәләкәйҙән спортсы булараҡ тәрбиәләнгән “Металлург” етәкселегенә командалаш иптәштәре менән бергәләп тыуған ҡалаһындағы махсус банк иҫәбенә дүрт миллион һумға торошло сумма күсергәндәрен хәбәр итте. “Металлург” командаһы ағзалары ла яҡын арала ошондай уҡ изге эште тамамларға иҫәп тота.
Ә Мәскәүҙә дауалау үткән кескәй Ваня Фокин янына уның ҡотҡарыусылары килде. Малай уларҙы иғтибарлап тыңланы. Ул үҫеп еткәс, эргәһендәге әсәһе был осрашыуҙы, уға тиклем булған хәлдәрҙе тәфсирләп һөйләр әле.