Иғтибар үҙәгендә — Һамар өлкәһе26.05.2012
Иғтибар үҙәгендә — Һамар өлкәһеБашҡортомдоң булмыштарын биләп, мәңге аҡсы шулай, Кәрәлек!

Бында дала. Монар офоҡтарға
Йыһан тура тора терәлеп.
Ике үлсәмдәрҙе бәйләп торған
Тормош шишмәһе һин, Кәрәлек.

Зыяраттағы сал тарих ташы,
Башҡортомдоң алыҫ үткәнен
Бирсе асып ҡылған йыры аша —
Мин дә, баҡһаң, бер таш икәнмен.

Эйе, ерҙә беҙ таш ҡына, буғай,
Кем нигеҙе илдең, кем — йөгө.
Шул турала, ана, фәлсәфәләй
Ҡуштауҙағы бер ҡом бөртөгө.

Быуаттарға быуындарҙы ялғап,
Йөрәгемә минең ул һуҙа.
Ата-бабам йырҙы бағышлаған
Кәрәлеккәй менән Ырғыҙға.

Ул йыр минең күкрәгемә инер,
Күп йөрәккә күсер тағы ла.
Йәшәйешкә илһам һәм кәр биреп,
Кәрәлеккәй әле аға ла.

Йәшәй дала. Дүрт тарафҡа иҙрәп,
Илаһи моң ҡоя зәңгәрлек.
Башҡортомдоң
булмыштарын биләп,
Мәңге аҡсы шулай, Кәрәлек!

Тиҫтә йылдан ашыу элек дуҫым Дамир Шәрәфетдинов менән Кәрәлектең ярһыуланып, ажарланып ташҡан тулҡындарына, шарламаларына ҡарап торғайныҡ. Осло, Һәйетвәли, Ҡужаҡ тауҙары яғынан, монарға тоташҡан дала ҡалҡыулыҡтарындағы ҡар һыуынан көс-ғәйрәт алған Кәрәлек аға ла аға... Шул саҡ шағир күңелендә шиғыр урғылды, минеке, киреһенсә, һыҡраны: донъя хасил булғандан бирле Кәрәлектә ниндәй ҡәүемдәр генә атын һуғармаған! Һуңғы нисәмә мең йыллыҡта башҡорт ырыуҙары төйәкләгән йылға үҙәндәре артабан кемдәргә ҡалыр?

Иғтибар үҙәгендә — Һамар өлкәһеТарихҡа бағам да уфтанып ҡуям...

Урыны бар. Кем белә, бәлки, киләсәктә Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек исеменең есемен дә башҡа тарафтарҙан эҙләрҙәр. Бынан алыҫ түгел генә ятҡан күлдәрҙеке һымаҡ.
“...Башлыҡ, Бәләкәй Илмән, Оло Илмән, Илмән күлдәре ята. Күлдәрҙең исеме урыҫ теленән алынған, уларҙың параллелдәре хатта бай сауҙагәр Садко тураһындағы Новгород риүәйәттәрендә лә сағыла. Башлыҡ һүҙе төрөксә “етәксе” тигәнде аңлата. Был осраҡта Башлыҡ — топоним, үҙенә күрә урыҫ балыҡсыларының артелдәренә урта быуаттағы һәйкәл булып тора...” (Е. Гурьяновтың “Древние вехи Самары” китабынан).
Бына шулай, “тарихты һыу кеүек эскән” авторҙар еңел генә боронғо төрки халыҡтары теленән алынған исем-атамаларҙы килеп-киткән балыҡсыларға бәйләп, урта быуатҡа алып барып тоташтыра, үҙенсәлекле “һәйкәл” ҡуя ала. Ундайҙар өсөн 922 йылда уҡ яҙылған Ибн Фаҙлан юлъяҙмалары ла, Зәки Вәлидиҙең был карауан тураһында: “... Илселек Соһ менән Черемшан араһында, йәғни Һамар вилайәтендә йәшәгән башҡорттар янында туҡталған, һәм Ибн Фаҙлан да шунда был ҡәүемдең ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында мәшһүр яҙыуҙарын яҙған”, — тигәндәре лә, боронғо көнбайыш, көнсығыш сәйәхәтселәренең карталары ла мөһим түгел. Башҡортта үҙҙәре тураһында әллә нисәмә риүәйәт йәшәткән, йырҙарҙа йырланған Кәрәлек, Ырғыҙ исемдәре нимә инде бындай тарихсыларға. Иң мөһиме — үҙ тирмәндәренә һыу ҡойолһон, ташы әйләнеп, башҡаларҙыҡын онтаһын.
Ләкин шуныһын да оноторға ярамай: ысын арҙаҡлы шәхестәр, намыҫты алға ҡуйыусылар һәр халыҡта етерлек. Бигерәк тә урыҫ халҡында. Профессорҙар П. Кабытов һәм Л. Хралков редакцияһында сыҡҡан “Күсмә тормош далаһы хужалары” (“Самарская летопись”, 1993) тип аталған хеҙмәттән дә өҙөк килтереү урынлы булыр ине.
“... Нуғайҙарҙың йәйләүҙәре Һамар һәм Кинел йылғаларынан ары үтмәгән, ни өсөн тигәндә, төньяҡҡа табан башҡа төрки халҡы — башҡорттарҙың йәйләүҙәре һәм һунар ерҙәре башланған... Хәҙерге Һамар яғын башҡорттар үҙҙәренең көтөүлектәре һәм һунарсылыҡ урыны итеп файҙалана, “ҡондоҙ һуғыу” урыны булған... ХVII быуат аҙағында был яҡтарҙа ир енесенән булған башҡорттар 25 – 30 мең тирәһе кеше иҫәпләнгән. Ҡазанды Рәсәйгә ҡушҡандан һуң башҡорт ауылдарына Иван IV батшаның Грамоталары таратылған... Тәүҙә урыҫ хакимиәте бер аҙ ташлама яһай. Эске үҙидара һаҡлана, ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы бирелә, көслөрәк дошмандан һаҡлау вәғәҙә ителә. Үҙ сиратында башҡорттар күсмә тормош менән йәшәгән башҡа халыҡтарға ҡаршы файҙаланыла, уларҙың отрядтары һәр ваҡыт батша хеҙмәтенә ебәрелә...”
“Минең башҡорттарым” тип, 1862 йылдан башлап тиҫтә йыл һуҙымында ҡымыҙ эсергә, һаулығын нығытырға Лев Толстой Кәрәлек буйына, әлеге Моратша, Ташбулат ауылы башҡорттарының ата-бабаһына килгән. Һөйөклө ҡатынына ул 1871 йылда ошоларҙы яҙа:
“Һыбай килеш туғаҙаҡтарға һәм бүре ояһына һунарға барҙыҡ. Һәр ваҡыттағыса, беҙ ҡурҡытып ҡына йөрөйбөҙ, ә башҡорт бүре балаһы тотто... Яңыраҡ башҡорт һыбай барғанда өс бүре күреп ҡала. Ул ҡурҡып тормайынса атынан һикереп төшә. Бүреләр уны тешләй башлаған. Башҡорт икеһен үлтергән, ә бере-һен тотоп беҙгә алып килде. Атып алынған йәнлектәр әрәм була инде, ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. Өйрәктәрҙе ашаусы кеше юҡ...
Беҙҙе һәр ерҙә ҡунаҡсыл ҡаршыланылар, быны яҙып ҡына аңлатып булмай. Ҡайҙа ғына барһаң да, хужа һимеҙ һарығын сала, ҙур көбө менән ҡымыҙ ҡуя; иҙәнгә балаҫ, түшәк һала, ошонда ҡунаҡтарын ултырта һәм һарығын ашап, ҡымыҙын эсеп бөтөрмәйенсә сығармай. Хужа ҡымыҙ бирә, ҡулдары менән тотоп (сәнскеһеҙ) ит һәм май һоғондора, уны асыуландырырға ярамай...”
“Земля глущицкая” китабында П. Русяев та башҡорттар тураһында бик йылы яҙа, ауылдарҙың тарихына төплө туҡтала, бында үҙҙәренең ерҙәрендә йәшәгән төп халыҡ икәнен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Иғтибар үҙәгендә — Һамар өлкәһеБөгөнгөң өмөтлө булһа, киләсәгең дә шулай

Элекке “Южный” совхозы үҙәгенән биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Моратшаны ҡайтҡан саҡта инеү өсөн ҡалдырып, Ташкүстәнгә (урындағы халыҡ, ике исемде — Ташбулат һәм Күстәнде — ҡыҫҡартып, ауылды шулай атай) боролабыҙ. Юл ыңғайы Сынтимер ағай Ғарифов, элек башҡарған эштәрен иҫкә төшөрөп, берсә ғорурланып ҡуя, берсә, ауыл хужалығының емерелеүенә көйөнөп, уфтана.
— Моратша ауылында ун өс совхоз өйөн оло юл буйына теҙеп, урам итеп ултырттыҡ. Ә бына Ташбулатта иһә өйҙәрҙе буласаҡ хужаларҙың үтенесен иҫәпкә алып төҙөнөк. Берәүгә атаһының нигеҙе кәрәк, икенсеһе башҡа сәбәп таба. Шуға ла өйҙәр бер урамға йыйналманы, — ти элекке совхоз директоры. — Ил буйынса дөрөҫ аграр сәйәсәт булмағас, айырым хужалыҡ, район ғына ни эшләһен...
Көрһөнмәҫлек тә түгел шул. Ташбулат ауылына етәрәк емерек мунса, буш ферма биналарын күреп йөрәк әрней. Тәүге килеүемдә — 1995 йылда — “Южный”ҙа һыйыр малы 6 меңдән ашыу булып, һарыҡ һаны 25 меңгә етһә, өс йылдан һуң совхоз, ауыл хужалығы кооперативына әйләндерелеп, элекке Ташбулат бүлексәһендәге 7–8 меңлек һарыҡсылыҡ фермаһы буш ине. Халыҡ эшһеҙ ҡалһа ла, ул саҡта береһе-бер уфтанманы, сөнки нисәмә мең “атом” (халыҡ ферма һарығын шулай атай) бөтә көтөүлекте бөтөргән. Бөгөн иһә хәл башҡа: көтөүлек күп, айырым кешеләрҙә ҡуй ҙа уртаса 20–30 баш, әммә...
Әммә ауылдың күренеше бик һоҡландырмай. Йәшерен-батырыны юҡ — халыҡ китә Кәрәлек буйынан. Мәҫәлән, 1930 йылда күрше Моратшала 435 башҡорт 105 йортта йәшәһә, бынан 13 йыл элгәре был һандың яртыһында кисен ут алһалар, әле — 40 тирәһендә. Ташбулатта унан саҡ ҡына күберәк.
Беҙҙе элекке мәктәп бинаһында фермерҙар көтә ине. Әлегә тиклем төшөнкөлөк томанына сума барған күңел күтәрелеп китте. Баҡһаң, һис зарланырлыҡ урын юҡ һымаҡ. Бына бит ул ауылдың киләсәге кемдәр ҡулында! Шулай булмай ни: бынан ике тиҫтә йыл элек үҙ эшен асҡан фермер Йосоп Мусиндың ғына ла 3400 гектар ере бар! Был бит беҙҙең яҡтарҙағы уртаса колхоз майҙаны тигән һүҙ. Игенселек, көнбағыш үҫтереү менән бер рәттән, 60 баш һыйыр малы, 250-гә яҡын һарыҡ тота. Әлбиттә, ерҙә кеше бер үҙе эшләй алмай. Тәүге терәге һөйөклө ҡатыны Тәнзилә булһа, Анжела, Мәрзиә ҡыҙҙары, Динислам улы ла — уң ҡулы. Ағалары, ҡустыһы, ҡайнаға, кейәүенә эш етерлек.
— Бөтә төр техника бар, — ти фермер. — Малдарға йыл һайын ҡура яһайбыҙ. Арттырырға иҫәп...
Бөгөн Йосоптоң паркында өс яңы “Беларус”е, ике — ЮМЗ, өс — Т-150, өс — Т-4, К-700 тракторҙары, ике КамАЗ машинаһы, бөтә төр тағылма инвентары бар.
Шулай уҡ фермер Харис Ғәлимов мең гектарға тиклем ер, бөтә техника алған. Иң мөһиме — улы Руслан үҙ эшен асып йөрөй. Ҡатыны Зәмзәмиә почта бүлексәһен етәкләй, йорт-ҡураһында ундан ашыу баш һыйыр малын, 30-ҙан ашыу ҡуй-һарығын ҡарарға өлгөрә.
Нәбиулла Кирәев иһә, дөйөм хужалыҡта шофер булып эшләгәндән һуң, ҡатыны Әлфиә менән һатыу эшенә тотонорға ҡарар итә. Улы Рәмил хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә, ҡыҙы Румия үҙҙәренең һуҡмағынан киткән — һатыусы. Бөгөн Кирәевтәр, мәктәптең бер мөйөшөн арендаға алып, ауылдаштарын көндәлек кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә.
Үҙ эшен яңы башлағандар ҙа етерлек ауылда. Иң мөһиме — Ташбулат халҡының ерҙәре ышаныслы ҡулда. Был йәһәттән Моратша ауылы, йомшағыраҡ әйткәндә, аҙыраҡ ҡуҙғалған. Бәлки, сәбәбе “Южный” ҡасабаһына яҡын булыуылыр. Ниндәй генә йомош төшһә лә, биш саҡрым юл үҙен һиҙҙермәйҙер. Ташбулат һымаҡ 12 түгел бит.

Белем һәм мәҙәниәт усаҡтары

Сәфәр алдынан “Башҡортостан” гәзите китап, гәзит-журналдар йыйыуҙы ойошторғайны. Ләкин күстәнәсте таратыр, ҡалдырыр өсөн тәғәйен урын тапманыҡ. Барып еткәнсе күҙ алдынан балалар тауышына күмелгән Ташбулат мәктәбе, сәхнәһендә сығыш яһаған мәҙәниәт йорто, туған халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һыуһаған ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡыҙыҡһыныусан йөҙө китмәне. Тик ҡараштар капиталь йүнәтеү талап иткән клуб бинаһына килеп бәрелде лә, эргәһендәге тауыш-тын сыҡмаған мәктәп стеналары буйлап үтеп, күңелде туңдырҙы. Бушлыҡ. Таш стеналар... Баш ҡалала бер ҡаурыйҙан сыҡҡан, арҡыс-торҡос һыҙғыланған ҡултамға барыһын да хәл иткән: ҡасандыр “перспективаһыҙ” тип тотош ауылдарҙы тамырынан ҡоротҡан һымаҡ, балалар мәнфәғәте тигән булып, сабыйҙар үҙ ауылдарында белем алыуҙан мәхрүм ителгән. Финанс яҡтан “выгодно-невыгодно”лар балаларҙың туған телдәрен өйрәнеүгә аяҡ салды.
Моратша, Ташбулат уҡыусыларын автобуста “Южный”ға йөрөтәләр. Ырғыҙ буйы ауылдарынан да үҙәк усадьбаларға ташыла. Ете башҡорт ауылынан бер мәктәптә генә — Ырғыҙҙа (Диңгеҙбай, Бөрйәндән унда йөрөтәләр) — уҡыусылар үҙ телен дәрес булараҡ ике сәғәтлек программа буйынса уҡый.
— Балалар, ысынлап та, аҙ, — ти Сынтимер Ғарифов. — Шулай ҙа булғандары үҙ ауылдарында белем алырға тейеш, һәр хәлдә — башланғыс белемде. Юғиһә алдан дәрестәре бөткән бәләкәйҙәр өлкәнерәктәренең бушағанын көтөп тора. Ауыл балаһы бит ул мәктәптән ҡайтҡас та эшкә, мал тирәһенә тартыла. Хеҙмәт — иң яҡшы тәрбиәсе. Ситтә уҡығаны өйөнә һуңлап ҡайта. Тимәк, йорт мәшәҡәттәренән, ғаилә тәрбиәһенән алыҫлаша...
Элегерәк Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институты тарафынан ойошторолоп, ғалимдар, тел белгестәре урындарға сыға, башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашыуҙар үткәрә торғайны. Бөгөн иһә бер-ике уҡытыусы өсөн быларҙы эшләү кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Әммә Ырғыҙ, Кәрәлек буйына һуҡмаҡты “һыуытыуыбыҙ” бер ниндәй финанс ҡытлығы менән дә аҡларлыҡ түгел. Кәмәлек, йәғни Һарытау өлкәһе тураһында әйтеп тә тораһы юҡ — улар бөтөнләй тиерлек ситтә ҡалды. Был йәһәттән артистарға ла әйтер һүҙ бар: эйе, беҙ баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, ләкин шау-шыуға ҡоролған шоуҙар ғына халыҡтың күңел тырызын тултырмай. Үҙ баҡсабыҙ — гәзит һәм журнал редакциялары “баҡсаһы”на ла “таш” ырғытҡы килә: сит өлкәләрҙә беҙҙең баҫманы алдырмайҙар, тибеҙ. Ләкин тиҫтә йылдар һуҙымында проблемалары тураһында яҙмағас, үҙҙәре хаҡында йылы һүҙ уҡымағас, ҡыҫҡаһы, беҙ “онотҡас”, ни эшләп улар баҫмаларыбыҙҙы алдырырға тейеш һуң?! Был тәңгәлдән төрлө өлкәлә лә эш бик күп. Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, әле һуң түгел. Сит өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙҙе ныҡлы рух йәшәтә. Әлегә...

Иғтибар үҙәгендә — Һамар өлкәһеРухи сығанаҡтар

Рух тураһында яҙғанда, уны бер нисә һүҙ менән генә әйтеп биреү мөмкин түгел. Ер тойғоһомо ул? Эйе, ер тойғоһо! Ҡан тартыумы? Эйе, ҡан тартыуы! Һулаған һауа, даланан иҫкән ҡырыҫ, шул уҡ ваҡытта иркәләгән елме? Эйе... Барыһы, барыһы: бишек йыры, әсә һөтө, атай йорто, тәүге һуҡмаҡ, кескәй табанды йылытҡан тупраҡ, риүәйәт һаҡлаған ер-һыу атамалары, далаға йәшәү һуты биргән йылға тулҡындары...
Рух тигәндән, һәр халыҡтың традицион диндәрен дә күҙаллайбыҙ. Был йәһәттән Кәрәлек буйының ике ауылына аҙан тауышы булып ҡайтҡан ул. Моратшала, мәҫәлән, үткән быуаттың 30-сы йылдарында клуб ителгән мәсет урынында 96-сы йылда кире клубты мәсет итеү буйынса эш башлайҙар. Бик һирәк ерҙә генә була торған хәл — кирбестән һалынған ҙур мәҙәниәт йорто... мәсеткә әйләндерелә! Йәш быуын өсөн танса-манса, башҡа тамаша урынына ҡарағанда, дини тәғлимәттәр файҙалымы-юҡмы икәнен ваҡыт күрһәтер. Әлегә йәштәр фанилыҡтың ниғмәттәрен татыр өсөн биш саҡрымдағы “Южный”ға юллана.
Ташбулат ауылында клуб емерек хәлдә. Бәлки, бинаны башҡаса йүнәтмәҫтәр ҙә. Уның ҡарауы, күңел тыныслығын эҙләр өсөн ололар яңы асылған мәсеткә бара. Клубтарҙың эшләмәүе мәсет асылған өсөн түгел, әлбиттә. Киреһенсә, һәр яҡлап көрсөккә терәтелгән ауыл мәҙәниәтенән аҡса һанауҙы өҫтөн ҡуйыусы түрәләрҙең ҡарашы шул төҫлө.
Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Кәрәлек буйында ла, Ырғыҙ үҙәндәрендәге ауылдарҙа ла һабантуйҙар, Ҡарға туйҙары үтеп тора. Өҫтән ҡушыу буйынса түгел, халыҡ теләген урындағы зыялылар, эшҡыуарҙар тормошҡа ашырғанға. Былтыр, мәҫәлән, Ташбулатта йәштәр һабантуйы уҙғарылған. Өс көн буйы барған был байрамда дүрт меңләп кеше йыйылған. Үткән йыл шулай уҡ Ташбулатта шәжәрә байрамы ойошторғандар. Йыл һайын Ырғыҙ йылғаһы башында йыйын уҙғарыу матур йолаға әйләнеп бара. Сынтимер Ғарифов әйтеүенсә, быйыл уның тыуған ауылы Моратшала шәжәрә байрамы үткәрергә ниәтләнәләр.
Барлыҡ сараларҙың маҡсаты — донъя мәшәҡәттәре арҡаһында төрлө тарафтарға таралған Кәрәлек, Ырғыҙ буйы халҡын бергә йыйыу, йәштәрҙе аралаштырыу, ата-баба рухына аяттар уҡыу. Иң мөһиме — ауылдарҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу, халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәреү, туған телде һаҡлау, йолаларҙы тергеҙеү. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар: Һамар өлкәһе Хөкүмәте яғынан ыңғай ҡараш, үҙәктә көслө башҡорт эшҡыуарҙары, Һамар башҡорттарының тынғы белмәҫ ҡоролтай ағзалары, “халыҡ ансамбле” исемен яулаған Һамар ҡалаһы һәм Ташлы ауылы коллективтары, ерҙәрен үҙ ҡулдарына алған фермерҙар... Көнкүреш шарттарына килгәндә, ауылдарға тәбиғи газ үткән. Фельдшер пункттары, магазиндар эшләй, күтәртелгән юл төҙөлгән. Башҡортостан Хөкүмәте, Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтары ла сит өлкәлә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер...
Шулай ҙа тынысланырға урын юҡ: тормош ысынбарлығына айыҡ ҡарап, ыңғай һәм башланмаған эштәрҙе барлап, эҙмә-эҙлекле алға бараһы ла бараһы әле...

Мәғлүмәт:

Ташбулат ауылы рәсми рәүештә 1806 йылда ауыл булараҡ теркәлә. Билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса, уға Ташбулат (1784 йылда тыуған) менән Ишмөхәмәт Бикназаров нигеҙ һала. Икеһе лә Бөрйән волосының 6-сы кантоны Ишмөхәмәт ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы) тыуған. Архив документтарынан күренеүенсә, ти ғалим, Ырымбур һәм Һарытау өйәҙҙәренә мал аҙығы етмәү, иген уңмау сәбәпле сығып киткәндәр. Яңы ғына нигеҙ һалынған Ҡусаҡбай ауылы эргәһенә килеп ултырғандар. Һуңынан утар менән ауыл бергә ҡушылған.
Ташбулаттың икенсе исеме — Ташкүстән. 1815 йылда, рус казактары ерҙәрен тартып алыу сәбәпле, Сәҙе-Үҙән буйынан күсеп килеүселәр тарафынан нигеҙ ҡорола. Күстәндең улдары, ейәндәре билдәле. 1842 йылда 43 йәшлек Искәндәрҙең 14 йәшлек Дәүләтша исемле улы булған. (Моғайын, хәҙерге Дәүләтшиндар фамилияһы унан киткәндер. — Р.У.) Икеһе 40 йылҡы, 35 һыйыр малы аҫраған. Күстәндең 22 йәшлек улы Амангилденең улы — Солтанәхмәт (дүрт ат, 13 һыйыр, 11 һарыҡ тотҡандар). Айытбай Күстәнов — 1922 йылғы. Ә Күстәндең иң өлкән улы Исмәғил 1791 йылда тыуған, Алтынса, Батырша, Нәҙерша исемле улдары булып, 30 йылҡы, 25 һыйыр малы аҫрағандар.
Күстән халҡы — үҫәргән. Шулай итеп, тарихи сығанаҡтар буйынса, бөгөн Ташбулат-Ташкүстәндә Бөрйән, Үҫәргән ырыуы вәкилдәре йәшәй. Ә бына телдәре “иҫке”сә. Йәғни “һ” урынына “ҫ” ҡуйып, мең ырыуы башҡорттарының Дим һөйләшендә һөйләшәләр. Шулай уҡ Моратша ауылы халҡының да һөйләше “иҫке”сә, йәғни был яҡтарға иң тәү нигеҙ һалыусыларҙыҡынса. Һуңыраҡ килеп төпләнгәндәрҙе “яңылар” тип йөрөтәләр. Шуға ла бөгөн, һеҙ ҡайһы ырыуҙан, тип һораһаң, беҙ — иҫкеләр, тигән яуап ишетәһең. Ташбулат-Ташкүстән, Моратша халҡының этник сығышы — Бөрйән (монаш), Үҫәргән, Табын (бишул), Ҡыпсаҡ, Түңгәүерҙәр.

Моратша ауылына Моратша Акиров тарафынан 1797 йылда нигеҙ һалына. 1834 йылғы VIII ревизияға тиклем мәрхүм булып ҡала. Улы зауряд есаул Сәйетбаттал Моратшин 40 йәшлек булып, 38, 29, 20 йәшлек өс ҡатыны, Әхмәтйән, Ғәлиәхмәт исемле улдары теркәлгән. Моратшаның икенсе улы Ғәбделғәфүргә — 25 йәш. Улдары — Фазлыәхмәт, Шаһиәхмәт. Моратшаның тағы ике улы — Ғәбделяппар, Әбделғәзүм.
1850 йылда ауылдың собор мәсетенә (имам-хатип һәм мөғәллим Әхмәтйән, ярҙамсыһы — Әбделғәзүм Моратшиндар) Кинйәғол, Имеләй дини йорттары ла ҡараған.
(А. Асфандияров. История башкирских деревень Саратовской и Самарской областей Российской Федерации: “Китап”, 2002 г.).

Иғтибар үҙәгендә — Һамар өлкәһе“Ырғыҙ” рухты һуғара

Өлкә башҡорттары өсөн айына бер тапҡыр “Ырғыҙ” гәзите сығып килә. Баҫманың бөгөнгө хәле, уҡыусылар менән бәйләнеше, бер аҙ үҙе тураһында таныштырыр өсөн гәзиттең мөхәррире Сәлимә ИЛЕМБӘТОВА-КРАСНОВАҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Сәлимә Басир ҡыҙы, һүҙҙе башлар алдынан бер аҙ “Ырғыҙ”ҙың инешенә туҡталып үтеү кәрәктер.
— “Ырғыҙ” гәзите бынан 12 йыл элек донъя күрҙе. Өлкә хакимиәтендә беҙҙе аңлап ҡабул иттеләр. Типография сығымдарына аҡса ҡаралған. Штатта өс урын бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Алла ризалығына эшләйбеҙ. Нисек тә урындағы халыҡҡа үҙ телендә ошо төбәк тураһында яҙылған материалдар барһын тибеҙ.
— Баҫманың тиражы, бер уйлаһаң, 300 дана ғына. Ул һигеҙ меңгә яҡын башҡорттоң мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндерә аламы?
— Айына бер тапҡыр ғына 300 дана аҙ. Ләкин ике тапҡырға финанс яғы мөмкинлек бирмәй. Шуға ла мәҡәләләрҙе һайлағанда “иң-иң”дәрен генә файҙаланырға тырышабыҙ. Бынан тыш, беҙ бит тағы шундай уҡ тираж менән төҫлө итеп, ҡалын ғына “Мы — башкиры!” тип аталған журнал да сығарабыҙ. Уныһы инде беҙҙең эшҡыуар егеттәр ярҙамы менән донъя күрә.
Тираждың 300-лөгөнә килгәндә, 7870 башҡортҡа ошо һанды һалып, журналды өҫтәһәк, был бик үк аҙ түгел һымаҡ. Мәҫәлән, сағыштырыу өсөн, өлкәлә йәшәүсе 140 мең татар өсөн сыҡҡан “Бердәмлек” гәзитенең тиражы — 3 мең ярым. Эш тиражда ғына ла түгел, ә кемдәр алдырып уҡыуында. Бер-береһенә һөйләүҙәрендә, материалдарҙы пропагандалауҙа. Әйтәйек, “Мы — башкиры!” журналын күберәк йүнселдәр алдыра, үҙ сиратында йәштәрҙе яңы эштәргә ылыҡтыра. Материалдар иһә бөтә өлкә башҡорттарының көнкүреше, хәле тураһында һөйләй.
— Һеҙ — өлкә башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы. Етмәһә, ижад менән дә шөғөлләнәһегеҙ, ғаиләлә яҡшы әсәй, өләсәй ҙә...
— Эшһеҙ тороуҙы өнәмәйем. Тәбиғәтем шулай. Үҙем тыумышым менән Ырымбур өлкәһе Үрге Яйыҡ ауылынан. Туҡ буйынан төшкәндә иң һуңғы башҡорт ауылы. Иҫке Юлдашта урта мәктәпте тамамланым. Һамар өлкәһе беҙҙең яҡтарға оҡшаш, бында килгәс, еректем дә ҡуйҙым. Бик яҡшы урыҫ егете — Анатолийға кейәүгә сыҡтым. 47 йыл татыу йәшәнек, ҡыҙғаныс, мәрхүм булып ҡалды. Улым Ирек — юридик фәндәр кандидаты, киленем һәйбәт, ейән, ейәнсәрем үҫә.
Кемгәлер ярҙам итһәм, күңелгә еңел. Шуға ла төрлө сараларҙы ойоштороп, ҡатнашып йөрөйөм.
— Ике китап авторыһығыҙ. Белеүемсә, өсөнсөһөн баҫмаға әҙерләйһегеҙ.
— Тәүгеһе “Иген” тип аталып, уға шиғырҙар, ҡыҫҡа хикәйәләр тупланғайны. Ирем үлгәс, барлыҡ ғүмерҙе уйлаптыр инде, ҡайғынан да арыныптыр, “Һынған ҡайын” тип аталған китап сығарҙым. Әле “Туҡ — Ырғыҙ буйҙары” тип аталған йыйынтыҡ сығасаҡ, Аллаһы бойорһа.
— Тынғыһыҙ булыуығыҙ тамырығыҙҙан киләлер?
— Эйе, атайым уңған комбайнсы, механизатор ине. Ырымбур өлкәһенең почетлы пенсионеры булды. Һуғыштан һуң иң тәүгеләрҙән булып Мәскәүҙә ВДНХ-ла ҡатнашты. Әсәйем менән ете бала тәрбиәләнеләр.
Тамырға килгәндә, атайым яҡлап өләсәйем Ынйыбикә — Байтүрә Ҡалмантаевтың ейәнсәре. Байтүрә Ҡалмантаев — 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы. Уның ысын фамилияһы Буранғолов була. Ләкин бер үк фамилиялы башҡорттар күп булғас, ҡустыһының исемен фамилия итеп ала. Парижға инә, ябай яугирҙән бригадир чинына күтәрелә. 1814—1816 йылдарҙа Мәскәүҙә, Петербургта хеҙмәт итә.
Ғөмүмән, кешенең бар булмышы нәҫел-нәсәбенән дә киләлер, тим. Ошо нәҫелдең яҡшы яғын балаларыңа өләшеү, сынйырҙы өҙмәү — һәр кемдең бурысы.
Махсус битте Рәлис Ураҙғолов әҙерләне


Вернуться назад