Мурманск, Видяево. №504010.01.2019
22 декабрҙә “Рәсәй телерадиоапшырыуҙар селтәре” һуңғы һанлы эфир телеселтәре объектын файҙаланыуға тапшырҙы. 5040-сы объект булып Мурманск өлкәһенең Видяево ауылындағы “Ура” телебашняһы төҙөлдө.

Һанлы эфир селтәрен булдырыу 2009 йылда башланғайны. Ҙурлығы һәм ҡуйылған бурыстары буйынса был проекттың донъяла аналогтары юҡ. Федераль маҡсатлы программаны тормошҡа ашыра башлауға тиклем ил халҡының 44 проценты дүрттән артыҡ канал ҡарай алмай ине, ә сирек өлөшө ни бары бер-икәү менән генә сикләнде. Бөгөн иһә ил халҡының 98,4 проценты 20 һанлы каналды ҡабул итеп рәхәтләнәсәк.

5040 тапшырыусы станцияның 4004-е өр-яңынан төҙөлдө. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һанлы телетапшырыуҙың бер объекты телесигнал менән уртаса 40 мең кешене ҡаплаһа, Алыҫ Көнсығышта – туғыҙ мең кешене. Туғыҙ йыл эсендә тәүлегенә уртаса өс һанлы тапшырғыс файҙаланыуға индерелде, һәр һигеҙ сәғәт һайын яңы һанлы тапшырғыс тоҡандырылды.


Вернуться назад