Өс йәшлек “сәйәхәтсе” тайгала яңғыҙ ҡалған10.01.2019
Был ғәжәп, кеше ышанмаҫлыҡ хәл яңыраҡ Хабаровск крайында була. Комсомольск районының Кенай ауыл хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс йәшлек сабый үҙаллы урмандан сыға алған. Малай иҫән-һау, сәләмәт!

Аталы-уллы икәү ҡаргиҙәрҙә шыуған. Сабыйын ярҙа ҡалдырып, ир артабан ҡайҙалыр бармаҡсы булған, әммә көтмәгәндә боҙ ватылып, һыуға бата башлаған.

Улына магазинға, әсәһе янына барырға ҡушып өлгөргән. Малай юлға сыҡһа ла, яңылыш ауылға ҡаршы яҡҡа йүнәлә. Өс километр самаһы ара үтә. Ә тышта 35 градуслыҡ һыуыҡ! Кискеһен ауылдашы осрап, малайҙы өйөнә илтә. Һыуға батҡан ирҙе эҙләү дауам итә.





Вернуться назад