Баш ҡаланың Орджоникидзе районы кешеләре урамда төлкө йөрөгәнен күреп шаҡ ҡатҡан. Кемдер уны фотоға, кемдер видеоға төшөрөп рәхәтләнгән.
Төлкө, моғайын, аҙыҡ эҙләп ҡалаға килеп юлыҡҡандар, тип юрай “һунарсы”ны күҙәтеүселәр. Ҡырағай йәнлектең тышта йөрөгән бесәйҙе һағалағанын да күргәндәр.