Шәмбелә буран көтөгөҙ09.01.2019
Иртәгә-иртәнән һуң республикала һалҡындар торасаҡ әле. Төндә айырым райондарҙа һауа температураһы минус 30 градусҡаса булһа, көндөҙ 10-20 градус һыуыҡтар көтөлә.

Ә бына шәмбегә ҡарай Көньяҡ Уралға циклон яҡынлашып, һауа торошо боҙоласаҡ. Епшек ҡар яуыуы ихтимал, ҡайһы бер төбәктәрҙә ел көсәйеп, буран сығыуы бар.

Юлдарға ҡар һалыуы, боҙлауыҡ булыуы мөмкин. Һауа температураһы минус 3-8 градусҡаса күтәреләсәк.



Вернуться назад