Кемгә – байрам, кемгә – ҡайғы...09.01.2019
Яңы йыл байрамы мәлендә Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәр күбәйҙе. Тәүлек һайын ике тиҫтәләп янғын сығыу осрағы теркәлде, бөтәһе 60 юл-транспорт ваҡиғаһы булды.

Автомобиль аварияларында туғыҙ кеше һәләк булған, 88-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Машиналар 33 тапҡыр бәрелешһә, 14 йәйәүле тапалған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 16 мең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, эскән килеш рулгә ултырған 415 машина йөрөтөүсене тотҡан.



Вернуться назад