Буштың атаһы үлмәгән09.01.2019
Туймазы ҡалаһы пенсионерҙарын “Чебуречная №1” кафеһында бушлай ашаталар. Был яңылыҡҡа күптәр ышанмаһа ла, барыһы ла дөрөҫ булып сыҡты.

Тәүҙә бында бер нисә өлкән йәштәге кеше килеп ярҙам һорай. Пенсия бәләкәй булыу сәбәпле, улар аҡса етмәүгә зарлана. Шул саҡта кафе етәкселеге хәйриәлек менән шөғөлләнергә ҡарар итә һәм аҙнаһына бер тапҡыр пенсионерҙарҙы түләүһеҙ ашата башлай.

Тәүге бындай акция Яңы йыл байрамы алдынан, 26 декабрҙә ойошторола. Хәҙер хаҡлы ялдағы өлкәндәр аҙна һайын төшкө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем бушлай һыйлана ала. Бының өсөн ни бары кассирға пенсионер танытмаһын күрһәтеү кәрәк.

Етәкселек әйтеүенсә, уларға алтмышҡа яҡын кеше килә.


Вернуться назад