Рәсәйҙә иң йыш яһалған ялған аҡса – 5 мең һумлыҡ. Рәсәй банкы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың туғыҙ айы эсендә әйләнештән 29,7 мең дана ялған ҡағыҙ аҡса һәм тинлектәр алынған. Шулай уҡ сит ил валюталарын алдап яһаусылар ҙа бар икән.
Рәсәй Енәйәт кодексының 186-сы статьяһы буйынса (“Ялған аҡсалар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы әҙерләү, һаҡлау, күсереү һәм тотоноу”) иң күп енәйәт Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә теркәлгән. Шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Түбәнге Новгород, Тула, Волгоград һәм Ростов өлкәләрендә лә ялған аҡса эшләүселәр байтаҡ икән.