Быйыл 1 марттан идарасы компанияларҙың авария-диспетчетлыҡ хеҙмәте эшен көйләгән яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инәсәк. Уның буйынса бөтә сантехниктар ҙа фатирҙарға бахил кейеп һәм бейджик тағып инергә тейеш.
Шулай уҡ регламентта мөрәжәғәт иткән кешенең шылтыратыуына яуап биреү, яуаплы хеҙмәткәрҙең урынға килеү ваҡыты ла билдәләнгән. Шылтыратҡанда биш минут эсендә телефон трубкаһын алырға, был мөмкин булмағанда 10 минуттан кире шылтыратырға тейештәр. Авария хәлен тикшереүгә ике сәғәт ваҡыт бирелә.