Штрафың бармы? Ҡурҡма09.01.2019
Мәғлүм булыуынса, автомобиль хужаларына, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафты егерме көн эсендә түләһә, 50 процент ташлама ҡаралған. Ошоға бәйле закон үҙ көсөнә инде.

Бөтә кешегә лә штраф хаҡында хәбәр электрон почтаға йәки телефонға килмәүе ихтимал. Заказлы хат итеп ебәрелгәндә, уның тотҡарланып йә "аҙашып" йөрөүе бар. Ул сағында билдәләнгән көндән шаҡтай ваҡыт үтеп китеүе лә мөмкин. Тап шуға ла, яңы закон буйынса, хат тотҡарланып, егерме көндән күберәк ваҡыт үтеп китһә лә, штрафты 50 процент ташлама менән түләргә мөмкин буласаҡ.



Вернуться назад