Сыймаҡларға яратаһыңмы?26.05.2012
Уның да бар ғилләһе
Күҙәткәнегеҙ барҙыр, моғайын, ҡайһы берәүҙәр телефондан һөйләшкәндә йә булмаһа әңгәмәләшкән саҡта үҙҙәре лә һиҙмәй ручка йәки ҡәләмгә үрелеп, алдындағы ҡағыҙға йәки гәзит битенә ни ҙә булһа һыҙғылай-сыймаҡлай башлай. Психологтарҙың әйтеүенсә, бындай ғәҙәт кешеләрҙең өстән ике өлөшөндә күҙәтелә икән. Осраҡлы ғына хасил булған һүрәттәр кеүек ҡабул ителһә лә, улар хужаһының характер һыҙатын фашлай. Ысынбарлыҡтағы халәтен, һағышын йәки теләген, йәшерен асыуын йәки битарафлығын асып һала, тиҙәр. Етмәһә, нимә төшөрөлөүе генә түгел, ә уның нисек эшләнеүенең дә ғилләһе бар. Һыҙыҡтарҙың өҙөк-өҙөк һәм батырылып яҙылыуы ла ниҙелер аңлата. Йыш осрай торған бер нисә һүрәттең асылы менән һеҙ ҙә танышығыҙ.
Ҡултамғаны ҡуйыу
Йәһәт кенә төшөрөлгән һүрәттәр үҙен өҫтөн ҡуйған һәм үҙен генә ҡайғыртҡан кешеләргә хас. Һөйләшкән саҡта йәки уйланғанда үҙенән-үҙе ҡуйылған ҡултамғаларҙың күплеге үҙең тураһында артыҡ юғары фекерҙә булыуыңды хәбәр итә. Тимәк, тирә-яғыңа күҙ һалырға ваҡыт.
Спиралдәр
Спиралдәр һыҙғылау осон бер нисек тә таба алмаған (үҙеңә ҡағылғанмы йәки һөнәреңә бәйлеме — уныһы мөһим түгел) мәсьәлә тирәһендә өйөрөлөүҙе аңлата. Һыҙыҡтар ни тиклем ҡалыныраҡ һәм ҙурыраҡ икән, проблемағыҙ ҙа шул тиклем ҡатмарлыраҡ.
Рәшәткәләр
Әгәр штрихтар өҙөк-өҙөк һәм ҡағыҙға ныҡ батырылған икән, был “йонсоғанмын, үҙемде мөйөшкә ҡыуып индерелгән кеүек хис итәм” тигәнде аңлата. Һәр ҡыйыу һыҙыҡ — әңгәмә барышында әйтергә баҙнат итмәгән һүҙ ул.
Өйҙәр йәки дүртмөйөштәр сыймаҡлау
Симметриялы фигуралар тәртип яратыуҙы, һәр нәмәне алдан барлап-иҫәпләп, планлаштырып хәл итеүҙе аңлата. Ундай һүрәттәр “мине юлдан яҙҙырыуы еңел түгел, нимә эшләүемде аныҡ беләм, маҡсатым матур һәм ҡарашымды яҡлай алам” тигәнде еткерә.
Ҡояш, сәскәләр һәм болоттар
Нур бөркөп торған сәскә һәм ҡояш төшөрәһегеҙ икән, тимәк, телефон аша барған әңгәмәгеҙҙән бик ҡәнәғәтһегеҙ. Бәлки, һөйләшеү барышында күңелле генә уй-хыялға ла бирелеп өлгөргәнһегеҙҙер. Ғөмүмән, бындай һүрәт кешенең оптимислығын асыҡлай.
Шахмат һүрәте бәхәстән, аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолорға теләмәү хаҡында белгертә.
Түңәрәктәр берҙәмлеккә ынтылышты күрһәтә. Ундай һүрәттәр “мин яңғыҙмын” тигәнде аңлата. Шуға күрә иң яҡшыһы — дуҫтарығыҙ менән бәйләнешкә инеү.