"Курс, диплом эше, диссертация яҙып бирәм". Шундай иғландар менән интернет селтәре, бағаналар тулған. Тап ошондай хеҙмәт күрһәтеү маҡсатынан реклама биргән граждандарға – 2,5 мең һумға, ә компанияларға 100-ҙән 500 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
"Реклама тураһында"ғы Закондың наркотик, тәмәке, шартлатҡыс, кеше ағзаларын һатыуҙы тыйған 7-се статьяһына ошо йүнәлештә кәсеп иткәндәргә ҡарата яза хаҡында төҙәтмәләр индерелә.
Был яңылыҡтың сәбәбен депутаттар белем алған кешеләрҙең уҡыу сифатын күтәреү, дәүләт системаһында хеҙмәт итеү өсөн әҙерләнгән кандидаттарҙың ғилми аттестация һөҙөмтәһен яҡшыртыу менән аңлата.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Олег Смолин ялған документ һатып алғандарҙы ла язаға тарттырыу кәрәклеген белдерә.