"Йәш йырсыларҙың ижады менән ҡыҙыҡһынып барам, – тип үҙенең фекерен белдерә социаль селтәрҙә Татарстандың халыҡ артисы Нәфҡәт Ниғмәтуллин. – Бигерәк тә Элвин Грейҙы күҙәтәм. Уны маҡтаусылар ҙа, тәнҡитләүселәр ҙә бар. Йырсыға ҡарата тиҫкәре фекерҙә булғандарҙы аңламайым. Бөтә халыҡ уның концерттарына ағылып йөрөй, йәмәғәт транспортында уның йырҙарын татар телендә башҡара. Йәш кенә башҡорт егете татар эстрадаһына ниндәй үҙгәрештәр алып килде! Ул татарса бер ауыҙ һүҙ әйтә белмәгән йәштәрҙе тәрбиәләй. Афариндан башҡа һүҙ юҡ".