Йәш яҙыусы ниңә ҡунаҡтары менән һөйләшә алмаған?09.01.2019
Яңы йылға һәр кем пландар ҡора. Ә бына яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина инглиз телен өйрәнеү маҡсатын ҡуйған. Был хаҡта ул:

– Инглиз телен белмәүемә бер тапҡыр ғына үкенмәнем инде, әленән-әле был проблема менән осрашып торам. Тәүге тапҡыр Мәскәүгә үҙ эштәрем менән барғанда ғәрләнгәйнем. Сит ил халыҡтары бар ине. Бер француз ҡатыны, һөйләшергә теләп, килә лә эргәмә баҫа. Тел белгән кешеләр аша һөйләшәбеҙ ҙә икенсе яҡҡа күсә һалам. Был яңынан килеп һүҙ ҡуша... Их, шунда инглиз телен белгән булһам, сит илдә йәнә бер дуҫым артыр ине.
Икенсегә быйыл йәй ике ҡытай ҡыҙы беҙҙә йәшәгәндә һаман тел өйрәнмәгән өсөн үҙемде әрләп бөтә алманым.

Өсөнсө тапҡыр инде, мотлаҡ өйрәнә башларға мәжбүр иткәне, яңыраҡ Германияға барып ҡайтҡас булды. Инде лә тел өйрәнмәҫкә һылтау тапһам, һаман һуҙһам, оят булыр, – ти.



Вернуться назад