Рәсәйҙә тәмәке көйрәтергә яратыусылар бер йылда йәмғеһе 74 миллион һум штраф түләгән. Хоҡуҡ һаҡсылары 365 меңдән ашыу протокол төҙөгән. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә, Краснодар крайында айырыуса күп теркәлгән.
Рәсәйҙә тәмәкегә ҡаршы закон 2013 йылдың июлендә ғәмәлгә ингәйне.Был документҡа ярашлы, ресторан, кафе, аэропорт биналарында, баҙарҙа, торлаҡ йорт подъездарында, балалар майҙансыҡтарында тәмәке тартыу тыйылған.
Штраф күләме 500 – 3 мең һум самаһы. Уның күләме кешенең сигарет йә папирос тартыуына бәйле. Балалар майҙансыҡтарында тәртип боҙоусылар иһә 2-3 мең һум түләй.