Дим өләсәйенең бер быуат йәшәү сере08.01.2019
Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә йәшәүсе Анна Космачеваға 100 йәш тулды. Инәйҙе хөрмәтле юбилейы менән ҡотларға Дим районы хакимиәте вәкилдәре һәм «Ярҙам» халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре килде.

Анна Александровна сығышы менән Украинанан. Бәләкәй сағында уның ата-әсәһен репрессиялап, Себергә оҙаталар. Тормоштары бик аяныслы була. Аня башланғыс белем дә ала алмай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул Өфөгә килеп эләгә, ул йыуып үтекләгән фронт кейемдәре бер нисә вагон булыр ине.

Һуғыштан һуң тимер юлда эшләй. Бөгөн иһә бәхетле өләсәй балалары, ейәндәре һәм бүләләренең ихтирамын, хәстәрлеген тойоп йәшәй.
— Оҙаҡ йәшәү сере — Хоҙайға ышаныуҙа, доға ҡылыуҙа. Рухи сәләмәтлек тәндең һаулығына ла булышлыҡ итә, — ти Анна Александровна.





Вернуться назад