Беҙҙең өсөн 119 илгә юл асыҡ08.01.2019
Донъя илдәренең бөгөн баҫылған паспортында Рәсәй, үҙенең урынын һаҡлап, исемлектә 48-се баҫҡыста тора. Был иһә беҙҙең дәүләт граждандарына донъялағы 119 илгә һәм биләмәгә визаһыҙ инеү мѳмкинлеген тыуҙыра.

Япония был исемлектә беренсе урында, уның граждандары 190 илгә иркен сыға ала. Унан ҡала Сингапур һәм Кѳньяҡ Корея килә, уларға 189 илгә визаһыҙ инеү рѳхсәт ителә. Былтыр беренсе рәттә булған Германия һәм Франция быйыл ѳсѳнсѳ урынға тѳшкән, уларҙың граждандарына 188 ил сиктәре асыҡ. Америка һәм Бѳйѳк Британия халҡы 185 илгә рѳхсәтһеҙ бара ала.

Исемлектең иң аҙаҡҡы баҫҡысын Афғанстан менән Ираҡ биләй. Уларҙың граждандары 30 илгә артыҡ мәшәҡәтһеҙ инә ала.




Вернуться назад