Потякиндар ярҙамға мохтаж08.01.2019
4 ғинуарҙа Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәшәгән 16 балалы Потякиндар ғаиләһенең йортһоҙ тороп ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

– Балалар ѳйҙән ялан аяҡ йүгереп сыҡҡайны. Әле беҙгә кейем, аҙыҡ-түлек килтерәләр, аҡсалата ла ярҙам итәләр. Беҙҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаған күршеләребеҙгә, ауылдаштарға, “Бүребай тау- байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте етәкселегенә рәхмәт, – ти Тамара Потякина.


Әле ауыл мәҙәниәт йортонда был ғаиләгә әйберҙәр, финанс ярҙамы йыйыу ойошторолған. Ҡыҙҙарға – 32–38, малайҙарға – 36 һәм 42, ирҙәр ѳсѳн 54 үлсәмле кейем талап ителә. Аҡсалата ярҙамды Тамара Николаевна Корчагина исемендәге 2202200347595009 һанлы картаға йә 8 (937) 483 6469 телефонына күсерергә мѳмкин.






Вернуться назад