Алты йыл эсендә Белоретта етем ҡалған 130 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Яңы йыл алдынан йәнә ике йәш кеше ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе – муниципаль район хакимите башлығы Владислав Миронов уларға фатир асҡыстары тапшырҙы.
Фатирҙа йәшәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: ремонт эшләнгән, газ плитәһе лә, электр, һыу счетчиктары ла ҡуйылған. “Ҡыйыҡлы” булыусылар Яңы йылды яңы фатирҙарында ҡаршы алды.