Ғәжәп хәлдәр26.05.2012
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡмы?

Иң оҙон мыйыҡлы кеше Һиндостанда йәшәй икән. Рам Сингх Чаухан атлы был ирҙең мыйығының оҙонлоғо — 4,27 метр.

Теленән бал тамамы икән?


Иң оҙон телле кеше Калифорнияла булып сыҡҡан. Гиннесс рекорды китабында был ханымдың теленең оҙонлоғо 9,65 сантиметр тип теркәлгән.

Иң оҙон ата бесәй

Мейн-кун тоҡомло Стюни исемле биш йәшлек ата бесәй донъяла йортта йәшәгән ата бесәйҙәрҙең иң оҙоно иҫәпләнә. Уның оҙонлоғо танауы осонан алып ҡойроғона тиклем — 123 сантиметр. Шулай уҡ ҡойроғоноң оҙонлоғо буйынса ла шаҡ ҡатыра, йәғни йорт бесәйҙәре араһында иң оҙон ҡойроҡ уныҡы — 41,5 сантиметр.

Донъя буйлап сәйәхәт иткән иң йәш кеше

Флорида штатындағы университеттың аэрокосмос факультетының 23 йәшлек студенты Барринйон Ирвинг бер үҙе бер моторлы самолетта донъя буйлап сәйәхәттә йөрөгән. Ул шундай батырлыҡ ҡылыусы иң йәш кеше һәм тәүге ҡара тәнле осоусы булып танылған.


Вернуться назад