Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?08.01.2019
Тарих биттәренә күҙ һалыу һәммәбеҙгә лә фәһемле.

Тармаҡ тарихына күҙ һалһаҡ, Октябрь революцияһына тиклем һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең бөтөнләй булмағанын асыҡ күрәһең. Земство медицинаһы ойошторолғанға тиклем Өфө губернаһында халыҡҡа медицина ярҙамы, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, иҫ киткес түбән кимәлдә булған. Крепостнойлыҡ “ҡамыты”нан ҡотолғандан һуң ғына медицина өлкәһендә йәнлелек башлана.

Барлығы ете дауахана һәм өс ҡабул итеү пункты бөтә губернаны тейешле ярҙам менән тәьмин итергә бурыслы булған. Хатта хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ауыр: бер табипҡа Өфө өйәҙендә — 21,8 мең, Бөрө өйәҙендә — 99 мең, Бәләбәй өйәҙендә 85 мең кеше тура килгән. ХIХ быуаттың 80-се йылдарында земство медицинаһын нығытыу башлана, Өфө табиптар ойошмаһы барлыҡҡа килә, съездар үткәрелә.
Кем ул Ғүмәр Ҡыуатов?

Ниһайәт, 1912 йылда Өфө фельдшер-акушерлыҡ мәктәбенең беренсе сығарылышы тәүге “ҡарлуғас”тарын иреккә осора. Дауаханалар һаны — 51-гә, табип амбулаториялары — 69-ға, фельдшерлыҡ пункттары 52-гә етә. Тағы ла шуныһы: дауалау учреждениелары, нигеҙҙә, халыҡтың ни бары биш проценты ғына йәшәгән ҡала биләмәләрендә урынлаша. Тармаҡты финанслау йылына һәр йән башына 60 тиндән иҫәпләнә. Дәүләт кимәлендә сәләмәтлекте һаҡлау булдырылмағанлығын ошо һандарҙан да күрергә мөмкин: 1913 йылда ҡорһаҡ тифы менән сирләү 10 мең кешегә — 25, дифтерия менән — 13,9, ҡыҙылса менән — 12, сәсәк менән ауырыу 9,6 тәшкил иткән. Трахома, малярия, туберкулез сирҙәре киң таралған. Халыҡтың үлем кимәле — 30,9, балалар үлеме 1000 яңы тыуған сабыйға 293 осраҡ тура килгән. Ә уртаса ғүмер оҙайлығы 32 йәштән дә артмаған.

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән былай ҙа төрлө сирҙәрҙән йонсоған халыҡтың көнитмеше, сәләмәтлеге ҡырҡа насарлана, кешеләрҙе тиф, холера, сәсәк, малярия ҡыра. Хәрби осорҙа эшләү өсөн Өфө губернаһының медик-санитар системаһы бөтөнләй әҙерлекһеҙ була.

Граждандар һуғышы былай ҙа бөлгөнлөккә, ярлылыҡҡа төшкән халыҡты тамам йонсота. Өфө губернаһын 1919 йылдың мартында колчаксыларҙан азат иткәс, уның биләмәһендә үҙәге Стәрлетамаҡ булған Бәләкәй Башҡорт­остан төҙөлгәндән һуң, Хәрби-революцион комитет ултырышында һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә етәкселек итеү өсөн хәҙерге Ейәнсура райо­нынан Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатовты саҡырырға хәл итәләр.
Кем һуң ул әле исемен Республика клиник дауаханаһы йөрөткән шәхес?

Ғ. Ҡыуатов 1917 йылда Ҡазан универси­тетының медицина факультетын тамамлай, 1919 йылдың июнендә республика эске эштәр комиссариатының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мө­дире итеп тәғәйенләнә. Ул – республика һау­лыҡ һаҡлау тармағының беренсе халыҡ комиссары.
Йәш республиканың йәш халыҡ комиссары алдында ғәйәт ҙур бурыстар тора. Был осорҙа совет республикаһы биләмәһендә ике госпиталь, 11 дауахана, 22 йоғошло барак, өс амбулатория, 21 фельдшер пункты, теш кабинеты, дарыухана эшләй.

1918 йылда кешелек тарихында тәүге тапҡыр нигеҙенә дәүләт хәстәрлеге, түләүһеҙ һәм медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеге принциптары һалынған өр-яңы сис­тема барлыҡҡа килә. Матди, кадрҙар һәм финанс ресурстарына ҡытлыҡ шарттарында республика һәм ил хөкүмәттәренең даими яр­ҙамында бик ҡыҫҡа тарихи осорҙа еме­реклектәрҙе тергеҙеп, өр-яңы дауалау учреждениелары төҙөй, эште ойоштора һәм талап итә белгән етәкселәрҙең һәр береһен үҙ заманының геройы тип атарға хаҡыбыҙ барҙыр.


Вернуться назад