Һуңғы осорҙа Рәсәйҙән 21 миллиард доллар күләмендә ауыл хужалығы продукцияһы экспортҡа оҙатылған. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин: “2013 йылда 13 миллиард доллар тәшкил иткән, былтыр 21 миллиард долларҙан ашҡан. Был – беҙҙең өсөн яҡшы күрһәткес”, – тине.
Юл асылдыРәсәй экспортҡа бойҙай һатыу буйынса донъяла иң алдынғы илдәрҙең береһе һанала. В. Путин билдәләүенсә, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарында ла күрһәткестәр яҡшыра. Бығаса йәшелсә үҫтереү менән хәл ҡатмарлыраҡ булһа, был тармаҡта ла эш алға бара. Шулай ҙа уларҙы теплицала етештереү йәһәтенән шаҡтай аҡса кәрәк. Президенттың май указына ярашлы, 2024 йылға экспортҡа ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы 45 миллиард долларға тиклем еткереү күҙаллана (2017 йылда 20,7 миллиард доллар булған).
Былтыр ситкә аҙыҡ-түлек сығарыу күләмен – 23 миллиард долларға, быйыл – 24 миллиардҡа, 2020 йылда – 25 миллиардҡа, 2021 йылда – 28 миллиардҡа, 2022 йылда 34 миллиард долларға тиклем еткереү планлаштырыла.
Әйткәндәй, Ҡытайға Рәсәйҙән икмәк һәм һөт ризыҡтарын сығарыуға сикләүҙе бөтөрөү Башҡортостан етештереүселәренә үҙенең аҙығын һатыу өсөн уңайлы шарттар асыр тип көтөлә. Республика иҡтисадының экспорт мөмкинлеге яҡшы тип иҫәпләй белгестәр.
Дөйөм алғанда, республикала ҡайһы бер аҙыҡ төрҙәре артығы менән етештерелә һәм уның 40 процент тирәһе ситкә сығарыла. 2017 йылда, мәҫәлән, 1,73 миллион тонна һөт һауылған, үҙебеҙҙе аҡ менән тәьмин итеү 130 процентҡа еткән. Былтыр ҙа һөҙөмтә ошондай уҡ күләмдә булды. Әлегә 16,6 мең тонна ҡоро һөт әҙерләнгән. Был сығарылған продукцияның 30 проценты самаһын экспортҡа оҙатыу мөмкинлеген бирә.
“Фабрик” компанияһының генераль директоры Владислав Пантюхин әйтеүенсә, ойошма Ҡытайҙың предприятиелары һәм етештереүселәре араһында хеҙмәттәшлек ойоштороу менән мәшғүл. Бөгөн был илгә айырыуса ит һәм һөт продукцияһы һатыу отошло, сөнки Башҡортостан һөт иле булараҡ билдәле, ит тә тейешле күләмдә әҙерләнә.
Күптән түгел Ҡытайҙа ошо хаҡтағы документҡа ҡул ҡуйылды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Бәләбәй һөт комбинаты” бөгөндән Ҡытай баҙарына үҙенең тауарын оҙатырға әҙер.
Әйткәндәй, илдәр һәм төбәктәр араһында үҙ-ара тауар әйләнеше даими үҫә бара. Һуңғы осорҙа Башҡортостан экспорт буйынса тәүге урынды биләй. Күрше дәүләткә 772,3 мең доллар күләмендә аҙыҡ-түлек һәм сеймал һатылған. Был 2017 йылдағынан 200 процентҡа күберәк (275 мең доллар).
Эксперт шулай уҡ ҡытайҙарҙы республикала туризмға ылыҡтырыу өлкәһендә лә бәйләнеш булдырыуҙың файҙалы буласағын белдерә. “Ҡытай халҡына Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү оҡшай, сөнки беҙ – улар өсөн иң арзан илдәрҙең береһе”, – ти Пантюхин.
“Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!”Францияның Savencia Fromage&Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис Башҡортостанда етештерелгән һөт сифатын юғары баһаланы. Был хаҡта ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән “Рәсәй саҡыра” тигән йыйындың пленар сессияһында белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, сит илдәрҙән аҙыҡ индереүҙе сикләү башланғас, Рәсәй кәштәләрендә компанияның сыры юғалды. Шуға ла предприятие Рәсәй биләмәләрендә үҙенең сырын етештереү өсөн урын эҙләй башланы. Һөҙөмтәлә былтыр фирма “Бәләбәй һөт комбинаты” акционерҙар йәмғиәтендә һыйыныр урын тапты. “Беҙ бығаса күп фермаларҙы һәм майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Әммә һөт йыйыу һәм һаҡлау өсөн заманса етештереү предприятиеһын тап Башҡортостанда тап иттек. Был беҙҙең бизнес өсөн бик уңышлы. Эшселәрҙең ошо шөғөлгә тиҙ өйрәнеүе ҡыуандырҙы. Урындағы етәкселәр ҙә ярҙам итә. Һөт сифатлы һәм тәмле булғанға күрә лә, етештергән сыр ҙа ашап туйғыһыҙ”, – тине Жан-Поль Торрис.
Компания комбинатта тағы ла юғарыраҡ сифатлы сыр әҙерләү технологияһын индереүҙе планлаштыра. Бында сығарылған ризыҡты тиҙҙән Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә, шул иҫәптән Ҡытайҙа ла һатыуҙы көйләргә теләй.