Ғүмерҙең татлы миҙгелен кисерә Первушиндар.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Лариса хеҙмәт юлын заводта бухгалтер вазифаһында башлап ебәрергә ҡарар итә. Тәжрибә туплап, иҡтисад кеүек ҡатмарлы ла, хәҙерге замандың төп, мөһим тармаҡтарының береһе булған өлкәне өйрәнеү, һандар һәм күҙаллауҙар донъяһы нескәлектәрен белеү теләге лә көслө була ҡыҙҙа.
Кеше пландарын төплө уйлап һыҙһа ла, яҙмыш тигәнең уны көтмәгәндә башҡа юҫыҡҡа алып китеүе лә бар. “Мин үҙемде йәш саҡта өлгөр йорт хужабикәһе, береһенән-береһе бәләкәй бала-сағаға аҡыл өйрәтерлек, һабаҡ бирерлек сабыр әсәй, ғәзиздәремдең башынан һыйпап, арҡаһынан тупылдатып һөйөүҙән дә олораҡ бәхетте белмәгән ҡатын булырмын тип башыма ла килтермәй инем”, — тип көлә дүрт ул һәм биш ҡыҙға әсә булған Лариса.
Первушиндарҙың оло улдары Ильяға инде 20 йәш, унан ҡала донъяға килгән Вячеславҡа 19 йәш тулған. Егеттәрҙең икеһе лә Бөрө ҡалаһында Башҡорт дәүләт университеты филиалының химия-биология факультетында белем ала, технолог булырға әҙерләнә.
Балаларҙың өсөһө — Денис, Кристина, Анастасия — мәктәп уҡыусылары, дүрт йәшлек Дмитрий әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Бынан ике йыл элек Лариса менән Бористың ғаиләһе тағы ишәйәсәген белеп, ҡайһы бер таныштары, туғандары ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алырға баҙнат иткән Первушиндарға сәйерһенеп ҡарап та ҡуя. Ошондай ябай булмаған осорҙа, хаҡтар көн һайын тигәндәй үҫкән, бала тәрбиәләү бик ҡиммәткә төшкән мәлдә, көн дә иғтибар, хәстәрлек талап иткән алты баланы ҡарау, аяҡҡа баҫтырыу былай ҙа һис рәхәт түгел бит.
Ҡыҙығы уларҙы алда көтә. “Миңә табип “ҡотлайым, өс игеҙәк сабыйың буласаҡ”, тип хәбәр иткәс, ҡаушап ҡалдым. Ярай әле кушеткала ята инем, ҡолап та китерһең көтөлмәгән яңылыҡтан. Борисҡа был хәбәрҙе нисегерәк еткерергә икән тип баш ватам. Өсөһө лә — ҡыҙ бала, тиҙәр. Түҙмәнем, тоттом да телефондан шылтыраттым. “Боря, һин ҡайҙа әле, өйҙәме? Ултырып тыңла минең яңылыҡты...” — тип хәбәремде теҙәм генә. Үҙе һөйөнгәндәй ҙә, шул уҡ ваҡытта шаңҡып та ҡалғандай. Бик бала йәнле кеше ул үҙе, әммә һис тә көтөлмәгән “сюрприз”, минең сәләмәтлегем өсөн хәүефләнеү, сабыйҙарҙың именлеге өсөн борсолоу ир кешене лә уйландыра шул”, — Лариса ул көндәрҙең мәшәҡәттәрен өр-яңынан күҙ алдынан үткәрҙе.
Первушиндар 2011 йылда Дүртөйлөләге фатирҙарын һатып, шул аҡсаға үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һалып сыҡҡан. Ғаилә әсәлек капиталын да төҙөлөшкә тотонған. 15 сутый ерҙәре лә бар. Район хакимиәте етәкселеге тарафынан да матди ярҙам күрһәтелгән. Иң мөһиме — улар ишле ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән торлаҡ сертификатын алыуға өлгәшкән. Исмаил ауылында 103 квадрат метр майҙанлы йәнә бер йорттары барлыҡҡа килгән.
...Оло ғаиләнең иртәһе күңелле ығы-зығынан, ашыға-ашыға мәктәпкә, эшкә әҙерләнеүҙәрҙән башлана. Борис Андреевич 3-сө гимназияла физкультура уҡытыусыһы булып эшләгәс, бер ыңғайҙан өс баланы — мәктәпкә, Диманы балалар баҡсаһына илтә. Төштән һуң йәнә уларҙы бергә йыйып йорттарына алып ҡайта. Өҫтәүенә һәр баланың үҙ шөғөлө бар, кемдер — футболға, кемдер бейеү түңәрәгенә йөрөй. Өйҙә уларҙы һыйлы табын, ҡурсаҡтай матур кейенгән һөйкөмлө игеҙәктәр ҡаршы ала. Шатлыҡтар ҙа, һөйөнөстәр ҙә игеҙ бында. Хоҙайҙан тейгән бүләк, оло йорттоң йәме — балаларҙа.