Йөрәгем26.05.2012
(Илнур Юламанов ижад иткән йыр)
Мөхәббәт йәшәһә йөрәктә,
Наҙ булып моң тула күңелгә.
Сихри йыр йырлата, бейетә,
Һағыштарҙы юҡ итә.
Күңелдә түгелә серле көй,
Йыр булып һибелә дәртле көй,
Йөрәктән йөрәккә ағыла,
Һөйөү булып ҡабына.
Ҡушымта:
Йөрәгем ашҡына,
Һөйөүгә табына.
Сыңлаһа күңелем ҡылдары,
Ағыла мөхәббәт йырҙары.
Бар донъя ләззәткә күмелә,
Аҡ бәхеткә төрөнә.
Мөхәббәт — атылған утлы уҡ:
Йә ул бар күңелдә, йә ул юҡ.
Була ул бары бер күреүҙән,
Әйләнә баш һөйөүҙән.
Ҡушымта:
Йөрәгем ашҡына,
Һөйөүгә табына.
Мөхәббәт уттары ҡағылһа,
Һинең дә йөрәктә ҡабынһа,
Бер кемгә, бер нигә ҡарама,
Ҡушыл һөйөү йырыма.
Күңелем моңдарын ишетһәң,
Әгәр ҙә һин мине үҙ итһәң,
Кил минең яныма, һөйөклөм,
Яна бит йәш йөрәгем.