Бер ағасты биҙәүгә 200 метр таҫма тотонолған08.01.2019
Быйыл өфөләрҙе яңы иллюминациялар ҡыуандыра. Ленин урамында йәйәүлеләр йөрөгән урын яҡтылыҡ-диодлы таҫмалар менән биҙәлгән.

Бынан тыш, унда баш ҡаланың исемен өс шөрөп рәүешендә башҡортса яҙып, Яңы йыл композицияһын ҡуйғандар. Теләге булған һәр кем һәм ҡунаҡтар Мин Өфөнө яратам тигән яҙыулы арт-объект янында фотоға төшә.

Театр скверы ла күҙгә күренеп үҙгәргән. Унда ике ат егелгән әкиәти көймә, шаршауҙар, фонтан комплексы, алты торшер-канделябр рәүешендә инсталляция ҡуйылған, йәнә 15 ағас сағыу уттарға төрөнгән. Бер ағасты биҙәүгә генә лә 200 метр оҙонлоғонда яҡтылыҡ-диодлы таҫма тотонолған.

Ленин урамынан Карл Маркс урамына тиклемге арауыҡта балҡып торған композициялар ҙа күҙҙең яуын алып тора. Унда болан, яҡтылыҡ-диодлы ағас һындары барлыҡҡа килгән. Сквер ҙа бығаса булмағанса матур итеп гирляндалар, ҡар бөртөктәре менән ҡоршалған.



Вернуться назад