Сибайҙағы карьерҙа окисланыу процестарын бөтөрөү саралары дауам итә. Әле Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы карьерҙа ләмле масса ҡойоу эшен алып бара.
Филиалдың күсмә ведомство лабораторияһы Башҡортостан Экология министрлығының территориаль комитеты менән берлектә ҡала биләмәһендә зарарлы матдәләрҙең булыу-булмауын тикшерә. Әле күрһәткестәр нормала. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына бәйле, хәлдәренең насарайыуына зарланып, дауаханаға бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән.
Элек баҡыр рудаһы сығарылған карьерҙа руданың әселәнеүе һөҙөмтәһендә Сибайҙа һауа бысранғайны. Ҡалала атмосфера һауаһы даими контролдә тотола.